Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2019, 22:58

"Башҡорт ихаталары" йәм өҫтәр

“Башҡорт ихаталары” республика программаһын тормошҡа ашырыуға әүҙем тотонорға кәрәк.

Азат Ғиззәтуллин фотолары.
Азат Ғиззәтуллин фотолары.
“Башҡорт ихаталары” республика программаһын тормошҡа ашырыуға әүҙем тотонорға кәрәк.
Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Ҡыйғы Коммунальщик” идара компанияһы директоры Ильяс Усманов, район хакимиәте вәкилдәре, урындағы халыҡ менән осрашыуҙа белдерҙе.


Быйыл Үрге Ҡыйғыла дүрт ихата төҙөкләндереләсәк. Ильяс Усманов әйтеүенсә, күп фатирлы йорттарҙың милекселәре ҡатнашлығында дөйөм йыйылыштар үткән, тейешле документтар, дизайн-проект әҙер. Финанслауҙың дөйөм суммаһы – өс миллион һум.
Радий Хәбиров ихаталарҙы йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы. “Күренеүенсә, бында ағас аҙ – ултыртығыҙ”, – тине ул.
Республика етәксеһе шулай уҡ урындағы мәҙәниәт һәм ял паркын ҡараны. Унда быйыл төҙөкләндереү эше башланасаҡ. Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов һүҙҙәренсә, бында йәйәүлеләр өсөн матур зона, спорт менән шөғөлләнеү урындары булдырыласаҡ, шулай уҡ “һаулыҡ һуҡмағы”н йыһазландырыу, яңы сәхнә төҙөү ҡаралған.
Читайте нас: