Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2019, 13:51

Улар тиҙҙән өй туйлаясаҡ

“Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, Белорет районында ике ғаиләгә торлаҡ сертификаты тапшырылды.

Белорет районы хакимиәте сайтынан.
Белорет районы хакимиәте сайтынан.
“Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, Белорет районында ике ғаиләгә торлаҡ сертификаты тапшырылды.


Билдәле булыуынса, йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн тәғәйенләнгән был дәүләт ярҙамы ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә.
2014 йылда ғәмәлгә ингән программаға ярашлы бөгөнгә ҡәҙәр Белореттағы 16 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән.
Был юлы сертификат Сосновка ауылынан Һибәтуллиндарға һәм Баҡыйҙан Аллаяровтарға тапшырылды. Ике ғаилә лә аҡсаны төҙөлә башлаған йорттарын тамамлауға йүнәлтәсәк.
Читайте нас: