Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2019, 20:36

Өфөлә йылан ҡасҡан. Һеҙгә инмәгәнме?

Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә кешеләр төндәрен йоҡлай алмай икән. Ни өсөнмө? Анна А. исемле ҡатындың ярты метр оҙонлоғондағы йыланы ҡасҡан. Һөйрәлеүсенең хужаһы уны кеше өсөн хәүефле түгел тиһә лә, өйөңә экзотик йыландың килеп инеү мөмкинлеге шунда уҡ төн йоҡоһон алырға мәжбүр итә бит.

Анна – үҙе ветеринар һәм уның йәнлектәрҙе яратыуы тәбиғи. Өйөндә ике ҡомаҡ, Мадагаскар тараҡаны һәм Муся исемле йылан йәшәй. Тик ул ошо көндәрҙә сығып ҡасҡан. Уның күршеләргә инеү ихтималлығын күҙаллап, ҡатын иғлан яҙып элгән.

– Йылан ағыулы түгел, бәләкәй генә. Шуға күрә үҙенә ҡарағанда, кешеләр уның өсөн ҙурыраҡ хәүеф тыуҙыра, – ти Анна.

Ысынлап та, маис полозы йәки ҡыҙыл ҡомаҡ йыланы кеше өсөн хәүефле түгел. Уның ағыуы юҡ, һөйрәлеүсе кимереүселәр һәм баҡалар менән туҡлана. Әлбиттә, тешләүе ихтимал, ауырта, әммә кешене үлтермәй. Тыуған яғы – Төньяҡ Америка. Ул ҙурайһа, ике метрға тиклем үҫеүе ихтимал.

Өйҙә экзотик йәнлектәр тотоу өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт талап ителмәй. Яңы закон ниндәй йәнлектәрҙе өйҙә тоторға ярай, ниндәйҙәрен ярамай – шуны көйләйәсәк, әммә әлегә ул үҙ көсөнә инмәгән.

Ә шулай ҙа үҙ өйөңдә йылан менән бер ҙә осрашҡы килмәй...
Читайте нас: