Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 12:47

“Башнефть” яна

Бөгөн төндә “Башнефть”-УНПЗ”-ның етештереү майҙансығында янғын сыҡты. Урынға шунда уҡ янғындың икенсе рангы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм “Роснефть” янғын хәүефһеҙлегенең “Башҡортостан” филиалы бүлексәләре ебәрелгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсе янғын һүндереүселәр килгәндә майҙансыҡта гудрон яныуы күҙәтелә. Улар шунда уҡ эш башлай һәм төнгө сәғәт 4-тә янғын һүндерелә. Янғын майҙаны 140 квадрат метр тәшкил иткән. Һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин барған.