Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 16:39

Францияла ҙур ҡайғы

Париждағы Алла Анаһы соборындағы янғын бөтә донъяны тетрәндерҙе. Францияның иң билдәле һәм иҫтәлекле урындарының береһе кисә, 15 апрелдә урындағы ваҡыт менән киске сәғәт 7 тирәһендә яна башлағайны. Асыҡланыуынса, бында реставрация эштәре алып барылған.

Соборҙың ҡыйығындағы төҙөлөш баҫмалары янып киткән. Яҡындағы биналарҙан кешеләрҙе шунда уҡ эвакуациялағандар.

Әлеге мәлдә соборҙың ҡыйығы, шпиле һәм сәғәте тулыһынса емерелеп төшкән. Урындағы Эске эштәр министрлығы янғындың сәбәптәре тураһында әйтергә иртәрәк, ти. Ә бына Рәсәй эксперты Александр Гофштейн һүҙҙәренә ҡарағанда, янғынға илке-һалҡылыҡ сәбәпсе.

Тарихтан билдәле булыуынса, Нотр-Дам-де-Пари 1163 – 1345 йылдарҙа, Париждың беренсе христиан сиркәүе урынында төҙөлә.

Собор бөйөк француз яҙыусыһы Виктор Гюгоның 1831 йылда яҙған ошо исемле романы арҡаһында киң танылыу яулай.

Франция кешеләре был хәлдән ҙур тетрәнеү кисерә. Шулай уҡ туристар ҙа бина янынан китмәй икән. Бында илашҡан һәм доға ҡылған кешеләр байтаҡ, ти шаһиттар.

Әйткәндәй, билдәле француз эшҡыуары Пино соборҙы реконструкциялауға 100 миллион евро аҡса бүләсәге хаҡында хәбәр иткән дә инде. Был турала Agence France-Presse агентлығы яҙып сыҡты.
Читайте нас: