Бөрө ҡалаһында йәшәүсе блогер Елена Арямнова бынан 16 йыл элек вафат булған олатаһына ебәрелгән квитанция алған. Йәнәһе, оло башың менән сүп-сар өсөн бурысыңды түләмәйһең, йәһәтерәк 105 һумыңды түләй һал.
Еленаның хәлен аңларға була. Халыҡ иҫәбен алыу ҙа үтте, һайлауҙар ҙа, бер кем дә олатаһын иҫкә төшөрмәне. Ә бына сүп-сар өсөн аҡса йыйыусы төбәк операторҙары бик “хәтерле” булып сыҡҡан.