Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 12:52

Йылғалар ҡушылған ерҙә

Краснокамалар республиканың 100 йыллығын билдәләне.

Краснокамалар республиканың 100 йыллығын билдәләне.


Башҡортостандың ҡала һәм райондарында республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған тантаналар дауам итә. Ағиҙел, Кама һәм Етеҙ Танып йылғалары ҡушылған ерҙә, бай һәм хозур төбәктә урынлашҡан Краснокама районында ла иҫтәлекле датаны ҙурлап билдәләнеләр.


Хеҙмәт алдынғылары, төрлө предприятиелар һәм ойошмалар вәкилдәре, хөрмәтле ветерандар ҡат­нашҡан сара “Башҡорт ере” тип аталған үҙен­сә­лекле музыкаль-хореографик композиция менән асылды. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы ва­зи­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Ғилфа­нов­ҡа бирелде. Ул, республиканың бер быуатлыҡ тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһап, ошо йылдарҙағы уңыш һәм ҡаҙаныштарҙы билдәләне, Башҡортос­тан­дың социаль-иҡтисади үҫешенә Краснокама хал­ҡы индергән тос өлөш хаҡында айырып әйтеп үтте.


Бөгөн районда шәхси торлаҡ төҙөлөшө йыл­дам үҫешә, социаль әһәмиәтле объект­тарҙың матди-техник базаһы нығытыла, яңы биҫтәләргә, ауылдарға юлдар төҙөлә, газ, электр, һыу үткәреү планға ярашлы алып барыла.


– Һуңғы йылдарҙағы эштәрҙе барлап, түбән­дә­ге­ләрҙе билдәләп үтергә мөмкин: Яңы Аҡтаныш­баш, Шушнур, Кутлинка ауылдарында “зәңгәр яғыулыҡ” селтәре һуҙылды, “Яңы Ҡабан – Сауызбаш – Сауыз” магистраль газ үткәргесе төҙөлдө, – тине үҙенең сығышында Олег Дабир улы.


Бынан тыш, Яңы Ҡайынлыҡ, Яңы Ҡабан, Ҡарый, Әшит ауылдары халҡының эсәр һыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән, Оло Әмзә, Иҫке Бура, Бурныш ауылдарына илткән юлдар төҙөкләндерелгән.


Район үҫешенә ауыл хужалығы хеҙмәт­сәндәре лә тос өлөш индерә. Был йәһәттән “Алға” тоҡом­со­лоҡ заводы”, “Заря”, “Раздолье”, “Восход” хужалыҡ­тарын билдәләп үтергә кәрәк, улар – ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә. “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” һәм “Һабантуй” йәмғиәттәре, эшмә­кәрлеген киңәйтеп, яңы ҡаҙаныштарға ынтыла.


Артабан тәбрик һүҙе менән “Башҡортостан Рес­публикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциа­цияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Борис Нурисламов сығыш яһаны. Борис Шәрәфғәле улы райондың абруйлы шәхестәренә “Башҡорт­ос­тан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл” юбилей миҙалын тапшырҙы. Был иҫтә­лекле бүләккә ун хеҙмәт ветераны – “1 Май” колхо­зының элекке рәйесе Индус Бәхтиев, мәғариф ветерандары Рәфис Вәлиев, Зикаф Исламов, Рафаэль Шәйгәрәев, профсоюз лидеры Иван Васюткин, сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтарҙа яуаплы ва­зифа биләгән хеҙмәт ветерандары Фәнүс Исламов, Евгений Осинин, Ленат Фәрхуллин, Нәсим Шөғәйепов, “Маяҡ” хужалығында водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Риф Шәйҙуллин лайыҡ булды.


Краснокама халҡы үҙ-ара дуҫлыҡ һәм берҙәм­лекте иң ҙур ҡиммәт тип һанай, сөнки был төбәкте төрлө милләт вәкилдәре үҙ иткән. Йыл һайын бында, Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре барышында, “Никола Вешний” республика фольклор байрамы гөрләп үтә.


Төбәк халҡы республиканың 100 йыллығын күтәренке кәйеф, киләсәккә өмөт-ышаныс менән ҡаршы алды. Бының өсөн сәбәп етерлек, сөнки һуңғы тиҫтә йылда район бик күп ыңғай үҙгәреш кисерә. Ауылдарҙың социаль йөҙө күркәмләнеүе, халыҡтың йәшәйешенең яҡшырыуы, береһенән-береһе матур йорттар ҡалҡыуы, балалар баҡсалары, мәҙәниәт усаҡтары, юлдар төҙөлөүе лә ошо хаҡта һөйләй.


Краснокама районы