Йәмғиәт
18 Апреля 2019, 08:11

Өйөңә хәтлем алып киләләр

Ҡала хәтлем ҡаланың үҙендә ауылдан килтерелгән экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланһаң, шәп инде ул! Төрлө баҙар кеүек сауҙа нөктәләрендә Өфөгә яҡын райондарҙан һөтөн-ҡаймағын, итен-майын даими алып килеп һатып торалар, әлбиттә.

Кушнаренко районының Марс ауылында йәшәгән Миннияз һәм Разин Юнысовтар ғаиләһе лә ошо юҫыҡта эшләп килә, әммә уларҙың эшмәкәрлеге саҡ ҡына айырыла: ауылдан алып килгән кәрәкле аҙыҡ-түлекте улар заказ биргән кешенең өйөнә хәтлем илтеп ҡуя ала.

– Өфө халҡы теге йәки был аҙыҡҡа заказ биреп тора. Кәсепкә күберәк кеше йәлеп итеүе башта ҡыйыныраҡ ине, ҡыуанысҡа күрә, тышта XXI быуат, Интернет заманы. Яңыраҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә "Ысын ауыл ризыҡтары" тигән төркөм асып ебәрҙек.

Хәҙер клиенттар менән шул төркөм аша бәйләнешкә сыға алабыҙ, аҙыҡ-түлек теҙмәһе бар мәғлүмәт һәм фотоһүрәте менән шунда ҡуйылып бара, – ти уларҙың ҡыҙы Нурия.

Төрлө стимуляторҙар, үҫеш гормондары, башҡа химик матдәләрһеҙ үҫтерелгән ашамлыҡтар һаулыҡ ҡәҙерен белгән һәр кем өсөн дә оло табыш. Тик уларҙы ҡала магазиндарында табыу ҡыйыныраҡ. Юнысовтар тәҡдим иткән хеҙмәт Өфөлә йәшәп, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланырға теләгән һәр кемгә уңайлы буласаҡ, ашамлыҡтарҙың хаҡы ла тешләшмәй икән.

Фото: Нурия Вәлиева.
Читайте нас