Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 22:18

Беҙ баймаҡтар бит әле!

Баймаҡтар, үҙ-ара берҙәмлеген йәнә бер тапҡыр дәлилләп, баш ҡалала яҡташтар осрашыуы үткәрҙе.

Зинира Шаһиева фотоһы.
Зинира Шаһиева фотоһы.
Баймаҡтар, үҙ-ара берҙәмлеген йәнә бер тапҡыр дәлилләп, баш ҡалала яҡташтар осрашыуы үткәрҙе.


Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкинин, район хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев һәм башҡалар ҡатнашты.


Баймаҡтан тыуып үҫеп, әле Өфөлә йәшәгән күренекле шәхестәр менән аралашыу йәштәрҙең күңелендә ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғоһон арттырҙы. Осрашыу бик йылы шарттарҙа үтте. Унда райондың социаль-иҡтисади хәле барланды, ниндәй белгестәр кәрәклеге билдәләнде, ваканциялар йәрминкәһе ойошторолдо, эшҡыуарҙар өсөн “түңәрәк өҫтәл”дәр эшләне. Тыуған яҡтың байлығын сағылдырған күргәҙмәләр яҡташтар күңеленә бигерәк тә хуш килде.


Быуындар күсәгилешлеген тәьмин иткән, баймаҡтарҙың рухын тағы ла нығытҡан, сәмен, дәртен арттырған, үҙ-ара ихласлыҡҡа, бер-береңә ярҙам итеүгә, кәңәш биреүгә ҡоролған, һәр яҡ өсөн дә файҙалы осрашыуҙан һәр кем оло ҡәнәғәтлек алды. Баймаҡтарҙы борсоған бар мәсьәләләрҙең уртаға һалып тикшерелеүе, уларға ҡарата фәһемле фекерҙәр әйтелеүе сараның мәртәбәһен арттырҙы. Киләсәктә бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк тигән фекергә килде яҡташтар.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың “Беҙ баймаҡтар бит әле!” тигән һүҙҙәрен һәр кем йөрәге аша үткәреп, тыуған еренә кәрәкле кеше булырға, уның бәҫен, ҡеүәтен тағы ла арттырырға тейешлегенә йәнә бер ҡат инанып ҡайтты һәр кем осрашыуҙан.
Читайте нас: