Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 18:17

“Тәрилкә”ләр ҡуялар

Республиканың тиҙҙән һанлы телевидениеға күсәсәге барыһына ла мәғлүм.

Республиканың тиҙҙән һанлы телевидениеға күсәсәге барыһына ла мәғлүм.


Ағымдағы йылдың февраленән һанлы тапшырыу мөмкин булған биләмәләрҙә йәшәгән республика граждандары күп функциялы үҙәктәргә һанлы телевидение ҡорамалдары өсөн компенсация юллап мөрәжәғәт итә ала. Бындай аҡсалата ярҙам халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы мохтаж ғаиләләргә ҡаралған.


Дәүләт ярҙамы бер тапҡыр ғына күрһәтелә. Әгәр бер хужалыҡта, йәғни ғаиләлә компенсацияға хоҡуҡлы бер нисә кеше йәшәһә, аҡсалата ярҙам уларҙың һәр береһенә айырым түләнмәй.


Шулай уҡ, әлеге ваҡытта республикала льготалы категорияға ҡараған кешеләргә 1615 бушлай Телекарта “тәрилкә”ләре ҡуйылған, ә аҡсалата компенсацияны 466 кеше алған.


Фото: mail.ru.
Читайте нас: