Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2019, 18:26

Беҙҙең урамда саң һурғыс эшләй. Ә һеҙҙә?

Өфөнөң Октябрь районы урамдарында яңы саң һурғысты һынайҙар. Ыҡсым ҡулайлама төҙөкләндереү буйынса муниципаль учреждение ҡарамағында күптән түгел генә барлыҡҡа килгән.

Өфөнөң Октябрь районы урамдарында яңы саң һурғысты һынайҙар. Ыҡсым ҡулайлама төҙөкләндереү буйынса муниципаль учреждение ҡарамағында күптән түгел генә барлыҡҡа килгән.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре уны тейешенсә баһалап та өлгөрҙө. Ҙур булмаған саң һурғыс туҙан күтәрмәйенсә, сүп-сарҙы ентекле йыя.
– Тәүге һөҙөмтәләрҙән ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Техника маневрлы, идара итеү еңел, туҙанды, ҡомдо, бүтән сүпте яҡшы йыя, – тине учреждение директоры Виктор Ковалец.
Читайте нас: