Дүртөйлө ҡалаһында шәмбе көн бик йәнле башланды. Предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, депутаттар гөр килеп өмәгә сыҡты.
Индустриаль һәм Шайморатов исемендәге урамдар киҫешкән ерҙә көнө буйы эш ҡайнаны: йүкә һәм миләш ағастары ултыртылды, махсус техника ярҙамында һыу һиптерелде, урамдарға йәм-ҡот инде.
Һабантуй баҫыуында район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре йәшелләндереү эштәре менән мәшғүл булды. Зайлалов исемендәге урамдың 9-сы, 16-сы йорттары ҡаршыһындағы сүп-сарҙы йыйып, биләмәне ялт иттерҙеләр. Башҡорт гимназияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп яны участкаһын тәртипкә килтерҙе, асфальтҡа билдәләр һалды.
Берәүҙәр балконға сығып, өмәлә ҡатнашыусыларҙың ары-бире йүгерешкәнен күҙәтте, икенселәр интернет селтәрендә дәғүәһен белдерҙе, ә өсөнсөләр тырма, һепертке менән ҡоралланып, эшкә сумды. Байтаҡ ихаталар йорт хужалары ярҙамында күркәмләнеп, йәмләнеп китте. Үҙәк урамдар газондары таҙартылды, сәскәлектәр урыны ҡаҙып йомшартылды, ҡала, әйтерһең дә, тын алып ҡалды, һулыш иркенәйҙе.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.