Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2019, 16:11

Ҡалалар таҙа булырға тейеш

Бөгөн Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында “Управдом” республика форумы башланды. Сарала муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, күп фатирлы йорттарҙың идарасылары, йорт идараһына халыҡ һайлаған яуаплы вәкилдәр ҡатнаша.

Форум делегаттарын Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне.

– Беҙҙең ҡалалар таҙа булырға тейеш, уларҙы сүп-сарҙан, ҡыйҙан таҙартырға кәрәк, саң да ҡунмаһын – был муниципалитеттар һәм коммуналь хеҙмәттәр алдында торған бурыстарҙың береһе, – тип белдерҙе ул.

Радий Фәрит улы район-ҡала етәкселәрен халыҡ менән һөйләшеп, кәңәшләшеп эшләргә, күршеләрҙең, сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә саҡырҙы, шулай уҡ “һәр саҡ үҙеңә юғары планка ҡуйырға кәрәк” тип кәңәш бирҙе.

Сара айҡанлы Конгресс-холл алдында ял итеү урыны, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, сүп-сар өсөн контейнерҙар етештереүселәрҙең күргәҙмәһе асылды.

Форумдың пленар ултырышынан һуң “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар”, “Тура килешеүҙәр һәм тарифлы көйләү”, “Күп фатирлы йортто ҡарау”, “Подъездар ремонты һәм күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт”, “Ҡала мөхите” темалары буйынса секциялар эш башланы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: