Башҡортостан
+26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2019, 15:03

Ҡомһоҙлоҡ ҡорбаны

Иглин ауылында “Кузьминки Вилледж” биҫтәһе төҙөлгән ергә бәйле мутлыҡ ҡылыуҙары асыҡланды.

Иглин ауылында “Кузьминки Вилледж” биҫтәһе төҙөлгән ергә бәйле мутлыҡ ҡылыуҙары асыҡланды.


Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылда ошо ауыл кешеһе ғәйәт ҙур майҙанға – район үҙәге эргәһендәге 95 гектар ергә милек хоҡуғын теркәгән. Муниципаль милеккә идара итеү комитетының элекке начальнигы иһә ерҙе тартып алыуҙы һорап судҡа мөрәжәғәт иткән. Әммә суд эше барашында ул ер хужаһы менән мировой килешеү төҙөгән. Документта граждандың 95 гектар ерҙе ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге биләмә итеп 2 миллион һумға һатып алыуы хаҡында әйтелгән. Күп тә үтмәй ул майҙанды төҙөлөш компанияһына тапшырған. Ә уныһы иһә ерҙе 1445 участкаға бүлеп, һәр ҡайһыһын 400 мең һумдан һатҡан.


Мәсьәлә менән прокуратура һәм Федераль именлек хеҙмәте идаралығы ҡыҙыҡһына башлаған. Хоҡуҡ һаҡсыларының фекеренсә, был ерҙең ысын хаҡы 1 миллиард һум самаһы тәшкил итергә тейеш. Әле элекке чиновникка ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Фото picgra.com сайтынан алынды.
Читайте нас в