Билдәле Бразилия фотографы Себастьян Салгаду һәм уның ҡатыны Лелиа үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында Айморес ҡалаһынан ситтә ер һатып ала. Биләмәнең ни бары 0,5 процентында ғына ағас үҫеүен, ә ҡалған өлөшөндә урмандың ҡырылып бөтөүен күреп, улар хайран ҡалған. Әммә ирле-ҡатынлы был икәү, сәмләнеп китеп, ошо ерҙә урман үҫтерергә ҡарар иткән.
1998 йылда улар фекерҙәштәр табып, аҡса йыйып, “Ер институты”на нигеҙ һала. Ошо уҡ йылда ранчо милли заповедник статусына эйә була һәм киң ҡолас менән ағас ултыртыу башлана.