Хажиәне юллап, әллә ҡайҙан киләләр.
Ундай ҡатындар хаҡында “тимер үҙәге” бар тиҙәр. Тормош һикәлтәләре буйлап ныҡлы аҙымдар менән алға барған, ҡеүәтле һүҙе, Хоҙай Тәғәлә биргән үҙенсәлекле һәләте менән эргә-тирәләге кешеләрҙе ылыҡтыра алған, булмышы, эшмәкәрлеге менән күптәргә ярҙам ҡулы һуҙған халыҡ табибәһе, хажиә Фатима Моратова хаҡында бөгөн һүҙебеҙ.
Сибай ҡалаһында, дин әһелдәре ғаиләһендә тыуып үҫкән ул. “Әсәйем Сәмсиһан Ильяс ҡыҙы, атайым Әхмәтшәриф Ғәззәли улы Шаһиморатовтар сауҙа өлкәһендә эшләне. Ике бала үҫтек. Үкенескә ҡаршы, ағайым Мират йәшләй генә вафат булды. Балаһын юғалтыу ҡайғыһын яҡындарым, күрәһең, шулай баҫырға тырышҡандыр: мине иҫ киткес йылы мөхиттә, мөхәббәттә, хәстәрҙә тәрбиәләнеләр”, – тип хәтерләй бала сағын Фатима ханым.
Тәүҙә тормошо үҙ яйына аға: уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән ҡыҙ медицина училищеһын тамамлай, хеҙмәт юлын Сибай үҙәк дауаханаһының операция бүлегендә шәфҡәт туташы булып башлай. Йылайыр районынан Әхтәм Моратов атлы уҙаман менән бер-береһен яратышып, ғаилә ҡоралар. Тормоштарын йәмләп, тәүҙә улдары Ирек, бер нисә йылдан ҡыҙҙары Айгөл донъяға килә.
Дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләгәндә төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килә уға. Операцияға эләккән кешеләрҙе табиптар ҡайһы саҡта ауырыу тырнағынан ғына түгел, ә үлем тоҙағынан да ҡотҡарып алып ҡалғанда, Фатима ханымдың башында төрлө уйҙар ҡайнаша башлай: әҙәм балаһын төрлө сырхау-сирҙәрҙән фәҡәт рәсми медицина юлы менән генә ҡотҡарып буламы? Борон-борондан килгән, быуаттар буйы һыналған халыҡ дауаһын инҡар итергә яраймы? Был хаҡта Фатима ханым бына нимә ти:
– Көслө нәҫелдән мин. Атай-әсәйемдең тоҡомдары хаж ҡылған, мәсеттәргә етәкселек иткән, тәриҡәттә булған, халыҡҡа дини белем, ғилем таратҡан. Ил өсөн ауыр йылдарҙа бәғзеләре атылған, Себергә һөрөлгән, төрмәгә ташланған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, совет власы осоронда ике өләсәйем дә намаҙ уҡып, дин тәғлимәттәренә инанып йәшәне. Шөкөр, икеһе лә оҙон ғүмерле булды – йөҙйәшәрҙәр ине. Мине лә намаҙ уҡырға өйрәттеләр, тәсбих тартып, зекер ҡылып, изге күңелле өләсәйҙәрем тәрбиәһендә үҫтем, әлхәмдулиллаһ.
Бигерәк тә өләсәйем Бибинур Ғималетдинованың тәьҫире киң булды. Ул 95 йәшенә тиклем кеше тәрбиәләне, дауаланы. Ҡот ҡойһонмо, быуын ултыртһынмы, кернә тартһынмы, эс һылаһынмы, һарыҡ тиреһенә урап дауалаһынмы – ошо ғәмәлдәрҙе күреп-өйрәнеп үҫтем. Өләсәйем менән ниндәйҙер рухи яҡынлыҡ тоя инем. Ул да мине ифрат яҡын күрҙе, вафатына тиклем минең менән йәшәне.
1971 йылда Моратовтар ғаиләһе Учалы ҡалаһына күсеп килә. Фатима Әхмәтшәриф ҡыҙы урындағы санитар-эпидемиология идаралығында эшләй башлағас та, күңел ынтылыштарынан тайпылмай. Рухлы, ҡыҙыҡһыныусан ҡатын көнсығыш медицинаһы, халыҡтың дауалау ысулдары хаҡында мәғлүмәт туплай, күп әҙәбиәт уҡый, хатта махсус курс та үтә. Белеме буйынса медицина хеҙмәткәре булғас, теге йәки был күренеште төрлө яҡлап баһалай, кешеләргә файҙа килтерерлек һөҙөмтәле юлдарҙы эҙләй. Башҡаларҙы имләрлек, дауаларлыҡ эске бер көс тоя ул үҙендә. Аллаһ Тәғәлә биргән һәләтте йәшереп йә тыйып ҡалдырырлыҡ ғәмәл бармы ни донъяла?
Бәпестәре – Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә
Ошо саҡта этәргес тип атарлыҡ бер ваҡиға була. Фатима апайға һүҙ бирәйек: “Хеҙмәттәшемдең ҡыҙының күҙенә арпа сыҡҡайны. Бала йонсой, һыҙлана икән. Әсәһе янына эшкә килгәнендә күреп ҡалдым. Туҡта әле, мин әйтәм, өләсәйемдең нисек өшкөргәнен беләм дәбаһа. Ҡыҙҙы саҡырып алып, имләнем дә әсәһе янына сығарып ебәрҙем. Күп тә үтмәй, ҡатын мине килеп ҡосаҡлап алды, рәхмәт уҡый башланы. Баҡһаң, ҡыҙҙың күҙендәге шеше асылып, эрене аҡҡан, ауыртыуы баҫылған икән”.
Тиҙҙән Фатима Моратова хеҙмәттәштәре менән командировкаға юллана. Юлда водителдең танауы ҡанай башлай, туҡтамайынса йонсота. Бында ла ярҙамға ашыға ҡатын, контактһыҙ массаж яһай, аяттар уҡый. Ни мөғжизә – ҡан ҡуйыра ла ағыуҙан туҡтай.
Ә үҙенең ҡыҙын эйәртеп, Мансур ауылына китеп барғандағы ваҡиға һуң? Бер ҡыҙҙың кинәт иҫтән ауғанын күргәс, Гиппократ анты биргән медицина хеҙмәткәре булараҡ, Фатима Моратова уға ярҙамға ташлана. Реанимация алымдарын ҡулланып, доғаларын уҡығас, ҡыҙ күҙҙәрен аса, һулыш алып ебәрә. Бына ошондай бәләкәй генә, әммә әһәмиәтле хәлдәрҙән һуң Фатима Моратова кешеләргә хәленән килгәнсә ярҙам итергә, өләсәһенән мираҫ булып ҡалған белеме, ҡулының тылсымы менән бүлешергә ниәт ҡыла.
Фатима Әхмәтшәриф ҡыҙы һәр эшмәкәрлектең нигеҙе булырға тейеш тип иҫәпләй. Ошонан сығып, ул массаж яһау серҙәрен өйрәнеү өсөн махсус курсҡа йөрөй. 1986 йылға тиклем үҙе менән бергә йәшәгән өләсәһенән – халыҡ табибәһенән дә белем эстәй. Ҡалала массаж кабинеты асып ебәрә – һаулығын нығытырға ғына түгел, күңелен бушатып, тәнгә лә, йәнгә лә файҙа алырға теләгәндәрҙе ҡабул итә.
– Дауалауҙа үҙ алымдарымды ҡулланырға тырыштым. Дөйөм массаж яһайһыңмы, әллә проблемалы ағзаны дауалайһыңмы – кеше теүәл тәрбиәләнергә тейеш. Көнбағыш майын ифрат файҙалы тип иҫәпләйем, бал менән дә һылайым. Шуныһы ла бар: бәғзе кеше һиңә, дауаланыуҙан бигерәк, күңелен бушатыр, кәңәшләшер өсөн дә килә бит ул. Тыңлап, кәңәш биреп, иғтибар итәһе ғәмәлдәрҙе күрһәтеп, ҡот ҡойоп, йүнәлеш биреп ҡайтарып ебәргән кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Әлбиттә, миңә күберәк ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Әммә тормошта үҙ урынын таба алмаған, толҡа һәм мәғәнә эҙләгән ир-ат та осрамай түгел, – ти Фатима Моратова.
Ҡатнаш ғаиләлә тыуып, үҙенең мосолманмы әллә христианмы икәнлеген билдәләй алмаған, рухи тамырҙарын эҙләгән, юлындағы уңышһыҙлыҡтарҙан биҙрәгән Мейәс егете; шәхси тормошонда һәм эшендә хәлдәрҙең тик кирегә китеп торғанлығынан арыған, 30 йәшкә еткәс, әсәлек бәхетенән дә мәхрүм ҡалыуҙан ҡурҡҡан ҡыҙ булһынмы (ә Фатима апайҙың бындай миҫалдары бихисап), барыһына ла хәленән килгәнсә ярҙам иткән, имләп, ҡот ҡойоп, күңелдәрен тынысландырып ҡайтарып ебәргән халыҡ табибәһе. “Тормошомда барыһы ла рәтләнде!” – телефондан йәки осрашҡанда ошондай хәбәр ишетһә, кешеләргә файҙа килтерә, Хоҙай Тәғәлә биргән һәләтен тейешенсә ҡуллана алыуына тағы бер шатлана Фатима Әхмәтшәриф ҡыҙы.
Әйткәндәй, эс һылау алымын халыҡ медицинаһында элек-электән киң ҡулланғандары мәғлүм. Был йәһәттән дә оҫталарҙың оҫтаһы Фатима хажиә. Түлһеҙлектән йонсоған, бәпес һөйөү бәхетенән мәхрүм парҙар, өмөт бағлап килгән гүзәл заттар ҙа йыуаныс һәм дауа таба уның янында. “Мин ярҙам иткәндән һуң донъяға килгән бәпестәрем республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә бар”, – тип шатлана Фатима апай.
...Эй-й, тормош тигәнең гел тигеҙ генә барһа икән! Тәғәйенләнешен фәҡәт кешеләргә файҙа килтереүҙә, ярҙам итеүҙә күргән, яҡындарын өҙөлөп яратҡан, ата-бабалары рухына таянып, фиҙакәр тормош юлы кисергән Фатима апайға ла Аллаһ Тәғәлә иң оло һынауҙарҙың береһен әҙерләгән икән. 1986 йылда, Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарған ваҡытта, инде Тыуған илгә ҡайтып еттем тигәндә, Фатима апайҙың улы – 19 йәшлек Ирек дошман пуляһынан һәләк була. Ошо уҡ көндә, ошо уҡ сәғәттә яратҡан өләсәһе Бибинур ҙа йән бирә...
Бар донъяһы түңкәрелә ҡатындың, йәшәү йәме юғала. Ҡара ҡайғы утына бата Фатима апай. Әммә ҡыҙы хаҡына, улының рухына була артабан йәшәргә, эшләргә, кешеләргә им һәм йыуаныс бирергә, йәмғиәткә файҙа килтереп, киң эшмәкәрлек алып барырға көс таба ул. Бының сере ябай – Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, ауыр саҡта ла, шатлыҡлы мәлдә лә уға һыйыныу, уның тәғлимәттәренә инаныу дәрт-дарман бирә, йәшәү көсө өҫтәй, ти Фатима апай.
Әлеге көндә ул Урал аръяғы төбәгендә Ислам динен таратыу, үҫтереү мәшәҡәттәре менән янып йөрөй. 2013 йылдан башлап Учалы ҡалаһы һәм районы мөслимәләре ойошмаһына етәкселек иткән, уның уставын, программаларын булдырғандар, бихисап эш башҡарғандар. Батырҙарса һәләк булған улы Ирек Моратовтың рухына бағышлап, балалар һәм үҫмерҙәр менән төрлө саралар үткәрергә, мөслимәләрҙе дәртләндерергә лә ваҡыт һәм көс таба ул.
– Ирек улыма бағышлап, ул уҡыған 3-сө мәктәптә спорт ярышы ойошторҙоҡ. Еңеүселәрҙе дәртләндерер өсөн төрлө приздар һатып алдым, балаларға ла бик оҡшаны. Ошондай уҡ ғәмәлде иман нурын, дини тәғлимәттәрҙе таратҡан мөслимәләргә лә ҡулланам: дини байрамдарға бүләктәр алам, грамоталар менән ҡотлауҙы ойошторам. Кешеләрҙең күңеле була, артабан эшләргә дәрт-дарманы уяна, – ти Фатима Әхмәтшәриф ҡыҙы.
Учалы районы мөслимәләре рәйесе булараҡ, бихисап мәшәҡәттәрҙе теүәлләгән тынғыһыҙ булмышлы Фатима апай кешеләрҙе дауалау һәм имләү эшен алып барырға ла ваҡыт һәм көс таба.
– Иғлан биргәнем дә, аныҡ хаҡ һорағаным да юҡ. “Боҙоҡ телефон” аша эҙләп табалар, киләләр. Өмөт бағлап миңә юлланғандарҙы кире борорға хаҡым юҡ. Тыңлайым, проблемаларҙың сәбәбен табырға ярҙам итәм, ҡот ҡоям. Төп кәңәшем шул: кешеләр яҡындарына, үткәндәренә, бер-береһенә рәнйеп йәшәмәһен ине. Нимә генә булһа ла, ғәфү итә белергә, Аллаһ Тәғәләнән ярлыҡау һорарға кәрәк. Күңелдә ни тиклем ауыр уйҙар аҙыраҡ, йәшәүе лә шул тиклем еңелерәк. Хоҙай барыһына иң хәйерле, бәрәкәтле ишектәрен асһын, татыулыҡта, именлектә, иман менән йәшәргә насип булһын, – ти ул.