Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2019, 00:30

Ел ҡыйыҡты осорған

Көслө елдән Ишембай районының Петровский ауыл участка дауаханаһы бинаһының ҡыйығы өлөшләтә зыян күргән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы матбуғат хеҙмәтенән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы матбуғат хеҙмәтенән.
Көслө елдән Ишембай районының Петровский ауыл участка дауаханаһы бинаһының ҡыйығы өлөшләтә зыян күргән.


“Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре йүнәлтелде. Секундына 18 метр тиҙлектә иҫкән көслө ел һөҙөмтәһендә бинаның 90 квадрат метр майҙанда ҡыйығы емерелгән. Һәләк булғандар, зыян күргәндәр юҡ”, – тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.


Авария-тергеҙеү эштәре иртәгәгә планлаштырылған.
Читайте нас: