Дәүләкән яҡтарын күрмәгән дә кеше түгелмен, әммә район үҙәгенән өс саҡрымда ятҡан Соколовка ауылына беренсе тапҡыр барыуым. Бында килеп инеү менән күҙгә салынғаны – Ленин һәйкәленең һаҡланыуы. Белеүебеҙсә, тарихи ваҡиғаларға бәйле тотош илдә уларҙың һаны кәмегәйне бит.
Ауылда мәсет төҙөлөүе лә – ҡыуаныслы күренеш. Халыҡ иманға ынтыла тигән һүҙ был. Тимәк, ауылдың киләсәге бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: иман йортоноң ҡалҡып сығыуы өсөн күп ярҙам иткән, янып йөрөгән кеше Сергей Рихтер икән! Бүтән милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, мөмкинлек килеп сыҡҡан һайын төҙөлөшкә аҡса бүлә. Ысынлап та, мәрхәмәтлелек өсөн милләт айырмаһы буламы ни?!
Соколовка ауыл биләмәһе башлығы Әхтәм Шәрәфетдинов менән танышабыҙ.
– Урындағы халыҡ, нигеҙҙә, аҡса эшләйем тип, Дәүләкән ҡалаһындағы предприятие-ойошмаларға йөрөй. Бынан тыш, ауылда башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, магазиндар бар. Тағы эшҡыуарҙарҙа һәм һыйыр малын үрсетеү буйынса махсус берекмәлә эшләйҙәр, – ти Әхтәм Камалетдин улы.
Иҫке Шәрип, Яңы Шәрип, Черкассы ауылдары ҡарай биләмәгә. Әле Яңы Шәрип ауылы эргәһендә яңы микрорайон төҙөлә. Аукцион ойошторолоп, халыҡҡа 92 участка бирелгән, электр уты үткәрелгән. Әле халыҡты “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡарала. Юлдарға килгәндә, ҡырсынташ түшәлгән.
Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу мәсьәләһе күптән хәл ителгән бында. 2015 йылда уҡ ауылдарҙа контейнерҙар ҡуйылған. Шулай итеп, сүп-сарҙы аҙнаһына бер тапҡыр алып китәләр. Төҙөкләндереү эштәре йәнле бара бында. Дәүләт тарафынан ауыл биләмәләренә коммуналь хужалыҡ, юлдарҙы ипкә килтереү, янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡа эштәр өсөн ярҙам йөҙөнән бирелгән 500 мең һум аҡса Соколовка ауыл биләмәһе өсөн баһалап бөткөһөҙ. Һөҙөмтәлә 1 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргес һалынған. Быйыл Соколовкала тағы 1,5 саҡрымлыҡ һыу торбаларын һалырға уйлайҙар. Эште майҙа башламаҡсылар. Ауылдарҙағы юлдар ҙа ҡараулы.
Дим буйҙарында йәшә лә, йыр-моңға маһир булмай ҡара! Клубта “Серҙәштәр” төркөмө уңышлы эшләп килә. “Һаумыһығыҙ, килендәр!” байрамын да гөрләтеп үткәргәндәр. Әле Шишмә районында ойоштороласаҡ гармунсылар байрамына йыйыналар. Эш, аш, донъя бөтөн булғанда, күңел дә илаһи сәнғәткә ынтыла шул.