2018 йыл, 16 май. Кострома. Һигеҙ йәшлек Анна өләсәһенә ҡунаҡҡа китә. Юлда өлкән йәштәге күршеһен осрата. Өләсәһенә тиклем ҡыҙыҡай барып етә алмай.
2015 йыл, 31 август. Горячий Ключ. 12 йәшлек Светаны урындағы бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор машинаһына ултыртып алып китә. Бала өйөнә ҡайтып етмәй.
2017 йыл, 14 июнь. Касли. 11 йәшлек Ваня мәктәпкә китеп барышлай яҡшы таныш күршеһен осрата. Малай мәктәпкә барып етмәй.
2016 йыл, 16 июль. Киров. Алты йәшлек Вика ата-әсәһе һәм уларҙың таныштары менән һыу буйында ял итә. Таныштарҙың береһе уны һыу инергә саҡыра. Башҡа ҡыҙыҡайҙы бер кем дә иҫән килеш күрмәй.
Был осраҡтарҙы нимә берләштерә? Төрлө ҡалалар, төрлө йәштәге балалар... Уларҙың бөтәһе лә үле килеш табыла. Бала таныш тип уйлаған өлкән кеше уға зыян килтергән. Нисек баланы хәүефтән араларға һуң? Өйҙә генә тотоп, яңғыҙын тышҡа сығармай ҙа булмай бит. Ысынында, уларға бер нисә ябай ҡағиҙәне өйрәтһәгеҙ етә.
“Таныш булмаған кеше менән бер ҡайҙа ла йөрөмә!” тибеҙ балаларға. Улар быны хәтер һандығына һалып ҡуя һәм... тимәк, әҙерәк таныш булған кешегә ышанып, уның менән китергә ярай, тип уйлай. Балағыҙ менән ышанырға яраған кешеләр исемлеген аныҡ итеп төҙөгөҙ. Унда ни бары атай, әсәй, өләсәй, олатай, ағай, апайҙары булһа, еткән. Күршеләргә, ата-әсәһенең дуҫтарына урын ҡалмаһын. Исемлеккә инмәгәндәр менән яҡын мөнәсәбәттә булырға ярамай. “Атайың ҡушты, әйҙә өйөңә алып барып ҡуям”, – тиһәләр ҙә, иң башта һеҙгә шылтыратып рөхсәт алырға онотмаһындар. Полиция, хәрби һәм башҡа форма кейгән кешегә лә ышанып эйәрергә ярамай.
2. “Юҡ” тип әйтергә өйрәтегеҙ
Йыш ҡына балаларҙы “өлкәндәрҙе тыңларға кәрәк” тип өйрәтәбеҙ. Һәм улар тыңлай, нимә ҡушалар – шуны эшләй. Кем дә булһа килеп уны саҡырһа, хатта ҡәтғи бойорһа ла, бала тыңламаһын.
Кемдер оялсан, кемдер ҡурҡа, шуға күрә бәләгә тарыған сабый башҡаларҙан ярҙам һорарға оялыуы ихтимал. Балағыҙға аңлатығыҙ: һораһаң, өлкәндәр һәр саҡ ярҙамға киләсәк. Ҡурҡыныс янағанда, сит кеше берәй ҡайҙа алып киткәндә, ярҙам һорау мотлаҡ.
Беҙ балаларҙы бәләкәйҙән “кеше күп урында ҡысҡырырға ярамай” тип үҫтерәбеҙ. Ә бына уның ғүмеренә хәүеф янаған саҡта, уның бөтөнләй тауыш сығармауы ихтимал. Балаларығыҙ менән тәбиғәткә сығығыҙ һәм ҡысҡырырға өйрәтегеҙ. Ҡурҡыныс янағанда, уның ҡысҡырыуы ғүмерен һаҡлаясағын аңлатығыҙ.
Балағыҙ юғалһа, уны шунда уҡ эҙләй башлағыҙ. Ғәзизегеҙҙе насар уй менән урланылар икән, уны ҡотҡарыу өсөн 75 процент осраҡта ни бары өс кенә сәғәт бар. Эҙләү ни тиклем тиҙерәк башланһа, файҙаһы шул тиклем ҙурыраҡ була. Шаһиттар йыраҡ китеп өлгөрмәгән, камералағы яҙыуҙар иҫкермәгән, хатта эт тә уның эҙен табыуы ихтимал.
Бала ваҡытында ҡайтманы икән, шунда уҡ барлыҡ таныштарығыҙға һәм туғандарға шылтыратығыҙ, хәлде һөйләп бирегеҙ һәм ярҙам һорағыҙ. Шулай уҡ класташтары, уҡытыусылары, дуҫтары менән дә бәйләнешкә инегеҙ. Ул йөрөгән юлдан үтегеҙ, уйнарға яратҡан урындарына барығыҙ. Шунда уҡ полицияға ғариза бирегеҙ. Ғаризағыҙҙы ҡабул итергә ҡаршы булһалар ҙа, үҙ һүҙегеҙҙә тороғоҙ, 112 номеры буйынса шылтыратып, ҡабул итергә теләмәүҙәре тураһында хәбәр итегеҙ. Ирекмәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Бәләгә тарығас, ярҙам һорау ҡурҡыныс түгел, һуңлап ҡалыу – ҡурҡыныс!