Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтары булдырыу өсөн 350 миллион һум талап ителә. Ҡала һәм ауылдарҙа сүп йәшниктәрен муниципалитеттар ҡуйырға тейеш. Был мәсьәлә оператив кәңәшмәләрҙә лә күтәрелгәйне.
Әлеге ваҡытта республикала 14 409 ҡаты коммуналь ҡалдыҡ йыйыу урыны булдырылған, 30 366 контейнер ҡуйылған. Ә бөтәһе 13 116 майҙансыҡ булдырыу, уларҙа 23 127 контейнер урынлаштырыу талап ителә. Төбәк операторҙарының ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса эшмәкәрлегенең биш зонаһында контейнерҙар һатып алыу торошо төрлөсә.
Бөрйән, Ғафури, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Хәйбулла райондары хакимиәттәре башлыҡтарына контейнерҙар һатып алыу графигын яңынан ҡарау бурысы йөкмәтелде. Белорет, Краснокама райондары һәм Сибай ҡалаһы һатып алыуға тотонмаған һәм график төҙөмәгән.
Ике контейнерҙан торған бер майҙансыҡтың хаҡы 45-70 мең һум самаһы тора. Уларҙы һатып алыу һәм ҡуйыу урындағы бюджет иҫәбенә башҡарыла. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына муниципалитеттарҙан ошо сараларҙы бюджет-ара трансферттар иҫәбенә финанслауҙы һорап мөрәжәғәттәр килә. Ведомство Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 67-се ҡарарына сығымдар йүнәлешен киңәйтеү тураһында үҙгәрештәр әҙерләне, шул иҫәптән контейнер майҙансыҡтары төҙөүгә лә.