Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика янғын һүндереүселәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, былай тиелә:
«Һеҙ үҙегеҙҙе йәмғиәттәге иң хәүефле һәм хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһенә арнағанһығыҙ. Ут стихияһын буйһондороусылар кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте «ҡыҙыл әтәс»тән һаҡлай.
Шуныһы мөһим: республиканың ут менән көрәшеүселәре даими хәрби әҙерлектә, үҙҙәренең хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән үтәй. Бөгөн янғын һағы – ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса мобиль хеҙмәттәрҙең береһе, халыҡтың, торлаҡтың, етештереү һәм социаль инфраструктураның комплекслы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системаһының бер өлөшө. Шәхси составтың ҡыйыу эш итеүе һөҙөмтәһендә уҙған йылда ғына янғындан 3,5 мең самаһы кеше, матди ҡиммәттәр ҡотҡарылған — яҡынса ике миллиард һумға. Һеҙҙең батырлығығыҙ һәм юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә булғанығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткәндәрҙең исемдәре мәңгелеккә беҙҙең хәтерҙә ҡалыр. Янғын һүндереү бүлектәре артабан да республика халҡын ут стихияһынан ышаныслы һаҡлар тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, изгелек, ауыр һәм яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!»