Республикала ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса 12 төбәк иң уңышлы эшләгәндәр иҫәбенә инде. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Мишкә райондары ла бар. Был төбәктәрҙә сүп контейнерҙары һәм махсус майҙансыҡтар бүтәндәрҙән күберәк ҡуйылған.
"Элек ҡалдыҡ-боҫтоҡто ел таратһа, эттәр туҙҙырһа, хәҙер ауыл урамдары йәмләнеп ҡалды. Таҙалыҡ һәм тәртип өсөн аҡса йәлләргә кәрәкмәй, – ти урындағы халыҡ.