Май байрамдарын кем баҡсаһында эшләп үткәрә, кем өйөндә тыныс ҡына ял итеүҙе һайлай. Ә тынғыһыҙҙар тәбиғәт ҡосағына тартыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, әле республикала рәсми рәүештә теркәлгән генә лә 1199 турист иҫәпләнә. Шуларҙың 124-е балалар икән. Барлығы 90 төркөм төҙөлөп, 73-ө һыу һәм 17-һе йәйәүле маршруттар буйынса сыға.
Әйткәндәй, төркөм менән сығырға тейешле туристар ҙа, айырым-айырым йөрөүҙе хуп күреүселәр ҙә походтары алдынан ун эш көнө ҡала теркәлергә тейештәр. Шулай уҡ сәфәр ваҡыты бөткәс, ҡайтыуҙары тураһында хәбәр итеүҙәре мотлаҡ. Быларҙың барыһы ла ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренә эштәрен теүәл алып барыу, туристарҙың хәүефһеҙлеген күҙәтеп тороу өсөн кәрәк.