Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында көслө ел фонтан һыуын тирә-яҡҡа тарата.
Һөҙөмтәлә был тирә үткеһеҙ булған, һыу баҫҡыстар буйлап оло юлға, туҡталышҡа табан аға.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, иртәгә Өфөлә һәм урыны менән ел секундына 17 метр тиҙлектә иҫәсәк, тип иҫкәрттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.