Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2019, 19:47

Ҡайҙа ерек – шунда һыу

Сурағоловтарҙың урман династияһына – 120 йыл!

Сурағоловтарҙың урман династияһына – 120 йыл!


Халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеүе менән һәммәбеҙгә лә өлгө булған һәм башҡаларҙың күңелен елкендергән шәхестәребеҙ бихисап. Мәҫәлән, БАССР-ҙың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, сығышы менән Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылынан Руф Сурағоловтың эшмәкәрлеге Өфө урман-техник хужалығы техникумы менән тығыҙ бәйле булды. Хәйер, ғүмер буйы һулаған һауабыҙҙың сафлығы, тәбиғәттең таҙалығы өсөн көрәшкән ғалимдың исеме ситтә лә билдәле. Күптән түгел ошо уҡыу йортонда Руф Сабир улының яҡты иҫтәлегенә арналған “Тормошо урман фәне менән бәйле” тигән ғилми-ғәмәли конференция булды.


Белем биреү учреждениеһының китап­ханаһы байрамса биҙәлгән, ғалимдың фотоһы түрҙә урын алған.

Өфө урман-техник хужалығы техникумы директоры Хәлит Сөләймәнов әйтеүенсә, белем биреү учрежде­ние­һында төрлө саралар даими ойошторола, күренекле шәхес Руф Сурағоловҡа бағышланған ғилми-ғәмәли конференци­яның республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы осоронда үтеүе – ҙур мәртәбә, яҡташыбыҙ Башҡортостандың урмансы­лығын үҫтереүгә тос өлөш индергән.
Хәлит Хәмзә улы студенттарҙы тәрән белем алырға өндәне, ғилми эштәр менән шөғөлләнеүҙең бер ҡасан да һуң түгеллеген билдәләне. Әйткәндәй, Руф Сабир улының атаһы ошо белем усағын 1931 йылда тамамлаған, ә Сурағолов­тарҙың урман династияһына – 120 йыл!
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бында ҡыҙҙар һәм егеттәр, тырышып уҡыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем, спорт менән шөғөлләнеүселәр артҡандан-арта. Хәйер, техникумдың матди-техник базаһы шаҡтай яҡшы, ҡыҫҡаһы, төплө белем алыу өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Башҡортостан майҙанының 40 процентын урман тәшкил итә, үҙ сиратында уны тамамлаусыларға һәр ваҡыт эш бар, берәү ҙә бер ҡасан да эшһеҙ йонсомай. Әгәр ҙә улай түгел икән, Айбулат Собханғолов нәҡ бында уҡырға килер инеме?! Егет сығышы менән Ғафури районының Ҡарағай ауылынан, бәләкәйҙән тәбиғәт яратып үҫкән, мәктәпте тамамлағас та һис икеләнмәй урман хужалығы техникумына уҡырға килгән, киләсәктә үҫмерҙең фән юлын һайларға ла уйы юҡ түгел.
– Үҫентеләр ултыртыу, йәш ағастарҙың ҡышлауын тикшереү, урманды тәрбиәләү – һәр беребеҙҙең төп бурысы, – тине республикабыҙҙың урман хужалығы министры урынбаҫары Салауат Бәхтейәров. – Был тәңгәлдә студенттарҙың ҙур проекттарға ҡушылыуын беләм һәм ҡыуанысым сикһеҙ. Артабан да ошо йүнәлештән тайпылмағыҙ, барығыҙға ла уңыштар!
Ғалимдың ҡатыны биология фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Зилә Сурағолова тамашасыларға былай тип мөрәжәғәт итте:

– Маҡсатлы йәшәү бөтә яҡлап ҡарағанда ла отошло, уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн ни бары тырышып белем эстәргә һәм дөрөҫ юлдан барырға кәрәк. Руф Сурағолов тормош иптәшем генә түгел, ә фекерҙәшем дә ине. Бик бәхетле йәшәнек һәм төрлө пландарҙы бергәләшеп тормошҡа ашырҙыҡ.
Хәтер кисәһендә айырыуса Сурағолов­тарҙың балаларын күреү һөйөнөслө булды. Ғариф Руф улы һөйләүенсә, ул атаһын һәр саҡ үҙенә идеал итеп алған, ҡәҙерле кешеһенән яҡшы эштәргә генә өйрәнгән. Лия Йомағужина ла ата-әсәһенә рәхмәтле булыуҙарын раҫланы.
Техникумдың студенты Василиса Воробьева ғалимдың тормош юлына байҡау яһаны, Рания Ғәйнуллина иһә уның ағастарҙы, бигерәк тә ҡәҙере бөтә барғандарын һаҡларға эргә-тирәләге­ләрҙе лә саҡырыуы тураһында һөйләне. Ул ерек ағасының файҙаһын фәнни телдә иҫбат иткән, “ҡайҙа ерек – шунда һыу” тип ҡабатларға яратҡан ул, ә һыу булған урында һәр ваҡыт тереклек тантана итә.