Шереметьево аэропортындағы авиаһәләкәт тураһында хәбәр иткәйнек. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, SSJ100 самолетында 41 кешенең һәләк булғаны асыҡланды. Иҫән ҡалғандар – 37 кеше. Уларҙың 33-ө пассажир һәм дүртәүһе экипаж ағзаһы.
Тере ҡалғандарҙың бишәүһе дауаханала. Авиакомпания хәбәр итеүенсә, әлегә был исемлек тулы түгел.
“Аэрофлот” самолетында барлығы 78 кеше булған, уларҙың бишәүһе – экипаж ағзаһы. Борт Мәскәүҙән Мурманскиға юлланған. Осоп китеп ярты сәғәт үткәс, самолет аэропортҡа кире әйләнеп ҡайтҡан. Лайнерҙа янғын башланыуы асыҡланған. Ғөмүмән, һәләкәттең аныҡ ҡына сәбәптәре әле билдәле түгел. Төп версиялар бер нисәү: ултырған саҡта самолет мороно менән осоу-ултырыу полосаһына бәрелгән йәки ултырған саҡта шасси стойкалары һына һәм двигателе менән һыҙатҡа бәрелгән. Шулай уҡ янғын йәшен һуғыу сәбәпле башланған тигән фекер ҙә бар.
6, 7 һәм 8 май Мурманск өлкәһендә матәм көнө тип иғлан ителде.