Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 23:10

Сибайҙа – өс игеҙәк

Сибай тарихында оло ваҡиға теркәлде: һуңғы утыҙ йылда ҡалала тәүге тапҡыр өс игеҙәк донъяға килде.

Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Сибай тарихында оло ваҡиға теркәлде: һуңғы утыҙ йылда ҡалала тәүге тапҡыр өс игеҙәк донъяға килде.
Мария менән Денис Ивановтарҙың бәхетле ғаиләһен тулыландырып, ҡыҙҙары Анастасия һәм Елизавета, улдары Степан тыуҙы.
Үткән яҙмаларыбыҙҙа ла билдәләнгәнсә, Сибайҙа игеҙәк балалар тыуыуы йыш теркәлә, ә бына бер юлы өсәүҙең донъяға килеүе, әйтеүебеҙсә, һирәк күренеш. Бәләкәстәр имен-һау үҫһен!