Бөгөнгө хеҙмәт баҙарына хас үҙенсәлектәр.
Заман үҙгәрә килә. Был йәмғиәттең иң ҡатмарлы өлкәләренең береһе булған хеҙмәт баҙарына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Рәсәйҙә, мәҫәлән, ҡайһы бер һөнәр вәкилдәре кәрәгенән артыҡ була башланы, ә бәғзеләрен предприятие һәм ойошма етәкселәре эҙләп тә таба алмай. Илебеҙҙә һәм уның бер үк иҡтисади майҙанда йәшәгән төбәге булған Башҡортостанда был йүнәлештә нимәләр көтөргә һәм үҫеп килгән быуынға ниндәй йүнәлеш һайларға?
Белгестәр арта, эшселәр аҙая...
Күптән барған бер үҙгәреште барыһы ла һиҙәлер: етештереү тармаҡтарында эшләгәндәр һаны кәмей, ә хеҙмәтләндереү өлкәһендә арта. Айырыуса ауыл хужалығында тир түккәндәр һаны аҙайғандан-аҙая, ә сауҙала һәм финанс учреждениеларында күбәйә генә. Эйе, был бөтә донъяға хас: заводтар яңыртыла, ҡул эшен автоматика алмаштыра, тормош кимәлен күтәрергә һәләтле яңы тармаҡтар барлыҡҡа килә.
“Донъя баҙары менән тығыҙ бәйләнештә булғанлыҡтан, Рәсәйҙең мәшғүллек структураһы уға яраҡлаша бара. Хәҙер ул күп кенә алдынғы дәүләттәрҙәгенә оҡшаш. Хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм уның менән бәйле сауҙа, банктар, телекоммуникациялар йылдам үҫешә. Беҙ күнеккән ғәҙәти эш урындары аҙая бара”, – ти Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт идараһы академияһының халыҡ-ара демография һәм кеше капиталы белгестәре.
Хәҙерге хеҙмәт баҙарына эшсе һөнәрҙәренең етешмәүе хас. Яңы завод асылғас та, мәҫәлән, һәйбәт белгес табыу еңелдән түгел. Әле электән эшләп килгән предприятиелар ҙа уларға ҡытлыҡ кисерә бит. “Иҡтисадтың реаль секторы” тигән төшөнсә бар. Ул талаптарға ярашлы булмаһа, хеҙмәтләндереү өлкәһе генә беҙҙең йәшәйеш кимәлен тейешенсә тәьмин итә алмаясаҡ.
Был тигеҙһеҙлек бөр бөгөн генә килеп тыуманы, уға демографик көрсөк тә сәбәпсе. Совет статистикаһы эшсе көстөң йыл һайын бер-ике миллион кешегә арта барыуы тураһында рапорт бирә ине. 1961 йылдан 1985 йылға саҡлы, мәҫәлән, халыҡтың хеҙмәткә яраҡлы өлөшө 42 миллион кешегә артҡан.
Ҡайһы бер эксперттар демографик көрсөктөң, йәғни хеҙмәт йәшендәгеләрҙең кәмей, ә пенсиялағы халыҡтың арта барыуының 2035 йылға саҡлы дауам итәсәге тураһында белдерә. Ни эшләргә – һалымдарҙы арттырырғамы, әллә пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу ҙа етерме?.. Аныҡ ҡына яуап юҡ әлегә.
Был йүнәлештәге тикшеренеүҙәр һәм күҙаллауҙар һис туҡтамай. Юғары иҡтисад мәктәбенең социаль-сәйәси тотороҡһоҙлоҡ хәүефтәре буйынса ғилми-уҡытыу үҙәге раҫлауынса, яҡын киләсәктә сит илдәрҙән эшсе ҡулдарҙың күпләп килерен көтөргә ярамай. Тажикстан да, мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа беҙҙекенә оҡшаш демографик “соҡор”ға дусар булған, тимәк, был дәүләттән эмигранттар ҡырҡа аҙаясаҡ. Былтыр, 2012 – 2013 йылдар менән сағыштырғанда, Әрмәнстан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан эшкә йүнәлгәндәр ҙә аҙайған. Быйылғы тәүге ике айҙа сит илдәрҙән Рәсәйгә даими йәшәү маҡсаты менән 122 мең мигрант килгән, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, был 8,1 процентҡа кәмерәк.
– Ситтән килгән йәки килергә йыйынған эшсе көс Рәсәйҙең хеҙмәт баҙарында үҙ урынын стихиялы рәүештә эҙләй, шуға күрә бында юғары квалификация тураһында әйтеп тораһы ла түгел, – ти Мәскәү дәүләт университеты профессоры Валерий Елизарьев.
Рәсми статистикаға ҡарағанда, беҙҙең илдә Көнбайыштан килгән белгестәр һаны ла аҙая: 2014 йылдың йәйендә Рәсәйҙә Европа советы илдәренән 1,1 миллион һәм АҠШ-тан 219 мең белгес йәшәгән, быйыл йәй иһә тәүгеләренең һаны 453,7 мең булды, американдар 43 мең тәшкил итте. Хеҙмәт ресурстарына идара итеү өлкәһендәге ҡайһы бер белгестәр сит илдәрҙән мигранттар даими килеп урынлашһын өсөн ташламалы шарттар булдырырға тәҡдим итә. Был айырыуса элекке совет республикаларына ҡағыла: ундағы халыҡ урыҫ телен ярайһы уҡ белә, Рәсәй шарттарына еңелерәк яраҡлаша.
Илдең хеҙмәт ресурстарына кире йоғонто яһаған тағы ла бер сәбәп – “күләгәләге” иҡтисад өлөшөнөң һаман да ҙур булып ҡалыуы. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец раҫлауынса, бөгөн 20 миллион кеше эш хаҡын “конвертта” ала. Ә “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ – 34,2 миллион кеше тәшкил итә.
Һалым түләмәгәс, дауахана ниңә бушлай?
“Росстат” шундай мәғлүмәт тә килтерә: рәсәйҙәргә “конвертта” тапшырылған килем йылына 10 триллион һумға етә икән! Икенсе төрлө әйткәндә, бөтә ил халҡы алған килемдең сирек өлөшө самаһы был! Ошо йәшереп алып ҡалған килемдән һалым түләтһәләр, ул дәүләт ҡаҙнаһының күпмелер өлөшөн ҡаплар ине. Был – табиптарға, уҡытыусыларға, бюджет ойошмаларындағы башҡа хеҙмәткәрҙәргә түләп еткерелмәгән эш хаҡы. Ә бит дауахана, мәктәп кеүек түләүһеҙ урындарҙан ҡаҙнаға һалым түләгәне лә, түләмәгән кеше лә берҙәй файҙалана.
Күҙаллауҙар буйынса, тағы ла бер нисә йылдан илебеҙҙең хеҙмәт йәшендәге халҡы өс миллион кешегә кәмейәсәк (әле ошо йәштәгеләр 83,7 миллионды тәшкил итә), шуға күрә хәҙерге ваҡытта эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙы әлеге хеҙмәт урынындағы шөғөлөн дауам итергә дәртләндереү саралары күрелә. Тап шул маҡсатта августа уларҙың пенсияһына ла индексация яһанылар (ә быға саҡлы хаҡлы ялда булып, эшләмәгәндәргә генә өҫтәлә ине). Сәбәбе асыҡ: был пенсионерҙарға ҡасан да булһа эштән китергә тура киләсәк, ләкин ошо осраҡта улар эшләмәгән һәм даими индексация алып барғандар менән сағыштырғанда отоласаҡ. Ә был ғәҙел булмаған шарт оло йәштәгеләрҙә хеҙмәт урынын ҡалдырыу теләген уятмай ҡалмай ине. Әлеге көндә илебеҙҙә пенсия йәшен уҙып киткән 14 миллион кеше эшләүен дауам итә һәм улар – юғары квалификациялы белгестәрҙең бик ҙур өлөшө (анығыраҡ әйткәндә, хеҙмәт йәшендәге халыҡтың 16 проценты). Шул сәбәпле дәүләт ваҡыты етеп тә пенсия юлламаған граждандарға яңы ташлама булдырҙы: әйтәйек, хаҡлы ялын биш йылға кисектергән кешенең пенсияһы ошо ваҡыт уҙғандан һуң бер ярым тапҡырға артырға тейеш. Рәсәй Хөкүмәте шулай уҡ инвалидтарҙы төрлө ойошмаларға йәлеп итеүҙе дәртләндереү сараһын да эҙләй. Улар араһында ниндәй генә оҫталар юҡ, тик бына эш шарттары һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн күпселек осраҡта тура килеп бөтмәй шул.
Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт идараһы академияһы менән Гайдар институты былтыр көҙ үткәргән тикшеренеү күрһәтеүенсә, завод директорҙарының 23 проценты предприятие үҫешендәге төп тотҡарлыҡ итеп эшсе һөнәрҙәре буйынса кадрҙар етешмәүен атаған. Бигерәк тә юғары разрядлы эшселәргә ҡытлыҡ арта бара икән.
Ләкин хәл өмөтһөҙ түгел: Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев әйтеүенсә, эшсе ҡулдар аҙайыуының ыңғай яғы ла бар – беренсенән, был эшһеҙлектең артыуына юл ҡуймаясаҡ, икенсенән, ҡайһы бер профессияларҙың кәрәге ҡалмаған осорҙо сағыштырмаса еңел үткәрергә мөмкинлеге бар, йәғни ошо һөнәр кешеләренә эшсе ҡулдар етешмәгән урынға барыу йәки яңы шөғөлгә өйрәнеү форсаты тыуа. Барыһына ла түгел, әлбиттә: белгестәр күҙаллауынса, яҡын йылдарҙа яңы белгеслек алыуға һәләте булмаған өс миллион самаһы кеше “артыҡ” булып сығасаҡ. Уларға эшһеҙлек буйынса пособие йәки ваҡытынан алда пенсия юллайһы ғына ҡала. Демография ла ҡасан да булһа рәтләнәсәк, был осорға инде яңы тармаҡтар һәм эш урындары барлыҡҡа киләсәк, тип өмөт итәйек.
Белешмә: Былтыр рәсми (йәғни Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы үлсәмдәренә тура килгән) эшһеҙлек Рәсәй буйынса уртаса – биш, Волга буйы федераль округында – 4,5, Башҡортостанда 4,9 процент тәшкил иткән.
Үткән йылғы ғинуар – ноябрҙә 57 меңдән ашыу кеше хеҙмәт урыны тапҡан, шуның 22 меңе ошоға тиклем эшһеҙ булған. Эш һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең яңы ойошма йәки предприятиеға урынлашыу кимәле 75,1 процентҡа еткән. Был күрһәткес айырыуса Өфө һәм Сибай ҡалаларында, шулай уҡ Әбйәлил, Хәйбулла, Стәрлетамаҡ, Борай, Бөрө һәм Стәрлебаш райондарында юғары.
Хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәргә уҡыуға алты меңдән ашыу эшһеҙ риза булған, шул иҫәптән – өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау өсөн отпускыла булған 381 ҡатын-ҡыҙ, 139 пенсионер.
Былтырғы 1 ноябргә ҡарата республиканың вакансиялар банкында 44 меңдән ашыу буш урын иҫәпләнгән, шуның 52 проценты Өфө предприятиеларына тура килгән. Айырыуса төҙөлөш тармағы эшсе ҡулдарға мохтажлыҡ кисергән. Бынан тыш, мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына һәм күсемһеҙ мөлкәт менән эш иткән ойошмаларға белгестәр етешмәй.
Республиканың вакансиялар банкындағы бер буш хеҙмәт урынының “йәшәү оҙайлығы” уртаса 1,5 ай тәшкил итә.