Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2019, 11:14

Пальманың “өйө” иркенәйерме?

Өфө лимонарийының киләсәге бар.

Өфө лимонарийының киләсәге бар.


Урамда шау-шыу, тынсыу, транспорт тауышы, кешеләр ҡайҙалыр ашыға. Ә бында тормош туҡтап ҡалғандай тойола, шул тиклем тыныс. Әйтерһең дә, бөтөнләй икенсе донъя: лимон, папайя һәм башҡа экзотик емеш-үҫемлектәрҙең еҫе танауҙы ҡытыҡлай, үҙеңде хатта йылы илдәрҙең береһендә кеүек хис итәһең. Һүҙебеҙ – баш ҡалабыҙ уртаһында урынлашҡан лимонарий хаҡында.


Бындағы йәшеллектән күҙҙәр ҡа­маша. Хуш еҫле папайя Берләшкән Ғә­рәп Әмирлектәренән килтерелгән. Әле уның емештәре, яҙ етеүен һиҙем­ләп, ҙурая башлаған. Май һуңында улар өлгөрөр тип көтәләр. Һәр бере­һенең ауырлығы 500 грамдан өс килограмға тиклем барып етә икән. Ә уны һатып алырға теләүселәр алдан сиратҡа яҙыла.


Инженер Эльвира Билалова әйте­үенсә, ҡышҡыһын лимондан беренсе уңышты йыйып алғандар. Әле улар икенсе тапҡыр сәскә ата башлаған. Тимәк, тағы емеш бирәсәктәр.


Ҡәһүә, мимоза, гранат, мушмулла үҫентеләре лә бар бында. Бугенвеллия тигән ағастың сәскәләре алһыу төҫтә, йоҡа ғына, хатта ҡағыҙ кеүек. Ә мирт ағасын өйҙә лә үҫтереп була икән. Уның япраҡтарын тән температураһы күтәрелгәндә сәйнәһәң, бик шифалы. Ҡайһы берәүҙәр был ағас ғаиләгә именлек, бәрәкәт, бәхет килтерә тип ышана. Бында шулай уҡ Һиндостанда изге һаналған “Будда ҡулы” тигән үҫемлекте лә күрергә мөмкин.


Муррайя үҫемлеге лимонарийға Көньяҡ Азиянан килтерелгән. Заманында уны Япония императорының ғына үҫтереү хоҡуғы булған. Әгәр ниндәйҙер хеҙмәтсеһе өйөндә ошо үҫемлекте ултыртырға теләһә, хатта уның башын киҫкәндәр. Хәҙер һәр кемдең муррайя үҫентеләрен Баш­ҡортос­танда, Өфө лимонарийында һатып алыу мөмкинлеге бар.


Әйткәндәй, лимонарийҙа барлығы 500-ҙән ашыу төр емеш-үҫенте бар. Уларҙың һәр береһенең Башҡортос­танда ерегеү тарихы бик ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, лимондың “юбилей” сорты Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Ташкенттан килтерелгән. Әйткәндәй, 1300 лимон ағасынан йылына 20-22 тонна уңыш алына. Бынан тыш, бында әфлисун, грейпфрут кеүек башҡа цитрус емештәре лә бар. Ағастарҙан алһыу сәскәле олеандр үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә.


Бына ошо үҫемлектәрҙең ҡайһы берҙәренә бинала тығыҙ, тынсыу. Уларға бейегерәк теплица төҙөһәләр, яҡшы булыр ине. Бигерәк тә пальмалар иркенлектән кинәнер, банандар ҙа күпләп үҫер...


Күптәрҙе ошо лимонарийҙың яҙмы­шы борсой. Уның эргәһендәге ерҙең төҙөлөш майҙансығына әйләнеү ихтималлығы хәүеф уята. Йылдан-йыл яҡын-тирәлә яңы объекттар ҡалҡып сыға.


Яҡындағы 2,5 гектар ерҙә Европа баҡса-оранжерея үҙәге төҙөләсәк икән. Һөҙөмтәлә һәр емеш-үҫемлек айырым “өй”ҙәрҙә “йәшәйәсәк”. Шуныһы һөйөнөслө: был эштәрҙе проектлау өсөн аҡса бүленгән. Тимәк, бындағы йәшеллектең киләсәге бар.


Надежда менән

Эльвир АБДУЛЛИНДАР,

Салауат ҡалаһы:

– Лимонарийҙа беренсе тап­ҡыр ғына түгелбеҙ. Февралдә лә килгәйнек. Ул саҡта лимон­дарҙың нисек үҫеүе хайран ҡалдырғайны. Бындағы йә­шеллек бик оҡшағас, тағы юлландыҡ. Әле питомникта бөтөнләй икенсе күренеш, банандар өлгөрөп килә.


Айгөл НАЗАРОВА,

Өфө ҡалаһы:

– Лимонарийҙа миңә мимозалар оҡшаны. Уларҙы тотоп ҡарайым тиһәң, йәшеренгән кеүектәр. Бик нескә генә икән үҙҙәре. Был хаҡта белмәй ҙә инем әле.
Читайте нас