Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 22:50

Мостай Кәрим менән бер госпиталдә булған

Еңеү көнө алдынан Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселендәге делегация һәр Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының йортонда булып, уларҙы айырым ҡотланы.

Фото: Зөлфиә Сафина.
Еңеү көнө алдынан Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселендәге делегация һәр Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының йортонда булып, уларҙы айырым ҡотланы.
95 йәшлек Ишбулды Сабитов әле ейәнсәре ғаиләһендә йәшәй. Иртәгә үтәсәк Еңеү парадында ҡатнаша алмауына ныҡ борсолған олатай ҡунаҡтарҙың килеүенә ифрат шатланды.
Ул Билал ауылында тыуған. 1942 йылда фронтҡа алынып, Тамбов зенит-пулемет полкына тәғәйенләнә. Воронеж, Беренсе Украина фронттарында хеҙмәт итә. Курск алышында, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Мостай Кәрим менән бер госпиталдә дауалана Ишбулды олатай. Ул бөйөк шағирҙың ижадын әле лә яратып уҡый.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ишбулды Хажғәле улы Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Германияны еңгән өсөн” миҙалына лайыҡ була.
Бөгөн Баймаҡ районында туғыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.