Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 10:57

Ут-һыу кисеп, йәшәү хаҡына...

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан беҙгә фашисты еңеп ҡайтҡан яугирҙәр менән йыл һайын осрашыу, күптәренең сығышын тыңлау бәхете эләкте. Байрам алдынан уларҙы мәктәпкә, ми­тингтарға саҡыралар ине. Түш­тәренә миҙал таҡҡан олатайҙар был сараға ихлас йөрөнө, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә тос өлөш индерҙе. Бөгөн иһә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Эйе, кеше ғүмере мәңгелек түгел, әммә хәтер, иҫтәлектәр уларҙың батырлығын быуындан-быуынға күсереп, үлемһеҙ итә.

Хәҙер инде ауылдарҙа яу яланын үткән яугирҙәрҙе осратыу ауыр. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын үҙ иңендә кисергән уҙамандарҙың береһе Архангел районының Уҫаҡлы ауылында йәшәй. Беҙ ҙә байрам алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәҙғотдин Баһауетдин улы Солтанбәков менән осраштыҡ.

“1943 йылда армияға алдылар. Алыҫ Көнсығышҡа алып киттеләр, ике йыл ярымдан һуң, 1945 йылда, Япония һуғышында ҡатнаш­тым. Һыуығын да, аслығын да күрҙек, зем­лянкаларҙа йәшәнек. Тыуған яҡҡа 1950 йылда ҡайттым”, – тип һуғыш осорон бер-ике һүҙ менән һөйләп бирҙе 93 йәшлек ветеран. Әйткәндәй, һуғышты үткән яугирҙәр был ҡан ҡойошто, мәхшәрҙе иҫләргә лә, һөйләргә лә яратмай, уларҙың ауыҙынан артыҡ һүҙ алырмын тимә.

Бәҙғотдин Баһауетдин улының һуғыш ваҡы­тында күрһәткән ҡаһарманлығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.

Бәҙғотдин Солтанбәков тыныс тормошҡа ҡайтҡас, Белорет районының Ҡолмас ауылында леспромхозда хеҙмәт юлын дауам итә. 1950 йылда ғаилә ҡороп, Уҫаҡлы ауылында төпләнә, урман ҡырҡыусы, элемтәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Әле улар тормош иптәше Зәйнәб Хабрахман ҡыҙы менән матур итеп донъя көтә, ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Солтанбәковтарҙың бергә ҡулға-ҡул тотоноп ғүмер кисереүенә быйыл – 69 йыл. Тырыш ғаилә элек кәртә тултырып мал тотһа, хәҙер инде, ҡартайһалар ҙа, бал ҡортонан айырылмайҙар, хужалыҡта балалары ла ярҙам итеп тора.

– Ҡәһәрле һуғыш ҡабатланмаһын, Ерҙә имен тормош тантана итһен, – тип теләктәрен белдерә ветеран.

Уға ҡарайым да Бөйөк Еңеүгә тере һәйкәлде күргәндәй булам. Уҫаҡлылар Бәҙғотдин Баһауетдин улы менән хаҡлы ғорурлана.