Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май 2019, 21:30

Ике бөртөк...

Бөрйән районында Еңеүҙең 74-се яҙын ике генә ветеран ҡаршыланы.

Фотолар "Таң" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән алынды.
Фотолар "Таң" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән алынды.
“Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә – моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама...”
Бөйөк Мостай Кәримдең был юлдарына һалынған хис-тойғоларҙы йыл да 9 Майҙа ҡабат-ҡабат кисереп торабыҙ. Был һағыш өҫтәүенә тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә. Уның сәбәптәренең береһе – яу йылдары ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған өлкәндәребеҙҙең кәмегәндән-кәмей барыуы...
Мәҫәлән, Бөрйән районында Еңеүҙең 74-се яҙын ике генә ветеран ҡаршыланы. Улар – Абдулла Ноғоман улы Ваһапов һәм Гөлгизәр Мифтах ҡыҙы Изгина. Бөрйән халҡы бөгөнгө Еңеү байрамы уңайынан үткәрелгән сараларҙа ветерандарға оло хөрмәт хистәрен йәнә бер ҡат еткереп, уларға ныҡлы һаулыҡ, матур тормоштоң рәхәтен күреп, оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүҙәрен теләне.
Районда уҙған бөгөнгө байрам саралары төрлө быуын вәкилдәрен бер маҡсатта тупланы, тыныс, имен тормоштоң ни ҡәҙәр ҙур, баһалап бөткөһөҙ ниғмәт икәненә йәнә бер ҡат инандырҙы.
Читайте нас: