Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2019, 00:49

Ветеран күберәк эшләргә, зарланмаҫҡа саҡыра

Күгәрсенгә эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Мораҡ ауылында булып, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 96 йәшлек Хәсән Мәжитовты Еңеү көнө менән ҡотланы.

Олег Яровиков фотолары.
Күгәрсенгә эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Мораҡ ауылында булып, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 96 йәшлек Хәсән Мәжитовты Еңеү көнө менән ҡотланы.


Хәсән Барлыбай улы ошо райондың Сәйетҡол ауылында тыуған. 1942 йылдың мартынан Воронеж һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында һуғышҡан. Мотоуҡсылар полкы взводы командиры урынбаҫары, рота командиры урынбаҫары булған.


Һуғышты штаб офицеры дәрәжәһендә тамамлаған. 1946 йылда демобилизацияланған. Хәрби батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, ике “Почет Билдәһе” ордендары һәм бихисап миҙал менән наградланған.


Һуғыштан һуң мәғариф учреждениеларында етәксе бурыстарын атҡарған. РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мораҡ ауылының почетлы гражданы.


Радий Хәбиров Хәлил Барлыбай улын байрам менән ҡотлап, хәрби батырлығы өсөн рәхмәт әйтте, иҫтәлекле бүләк, сәскәләр тапшырҙы, оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләне. Ветеран республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.


“Барлыҡ илебеҙ халҡы өсөн изге булған Еңеү көнөндә миңә килгәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Бөтөн Башҡортостан халҡын Еңеү менән ҡотлайым. Тыуған еребеҙ мәнфәғәтендә күберәк эшләйек, зарланмайыҡ”, – тип теләктәрен еткерҙе һуғыш ветераны Хәсән Мәжитов.