Билдәле булыуынса, яугир-шағир Мостай Кәрим Бөйөк Еңеүҙе Венала капитан дәрәжәһендә ҡаршылай.
Ул ике хәрби – Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградлана.
Быйылғы Еңеү көнөндә Венала йәшәгән рус телле кешеләр Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде оло хөрмәт менән иҫкә алған. Улар “Үлемһеҙ полк”тан яугир-әҙиптең портретын тотоп уҙған, шулай уҡ камера алдында киң билдәле “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын ятлаған.