Бишбүләк һәм Бүздәк райондарында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде. Был туралағы указ Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Документҡа ярашлы, ауырыу сығанағы 30 апрелдә Бүздәк районы Ҡаҙаҡлар-Ҡобау ауылының Ҡулса урамындағы 20-се йортта билдәләнгән. Республика ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сир һеләүһендә асыҡланған. Ҡоторған йәнлек ауылдағы ихаталарҙың береһенә инеп, уны ҡыуырға маташҡан хужаға ташланған. Һунарсылар уны атып үлтергән.
6 майҙан карантин Бишбүләк районы Уҫаҡкисеү ауылының Ғәйнә урамындағы 33-сө йортта ғәмәлгә ингән. Бында ҡоторған бурһыҡ табылған.
Карантин зонаһында эт һәм бесәйҙәр күргәҙмәһен ойоштороу, уларҙы һатыу һәм биләмәнән сығарыу тыйыла. Ҡырағай хайуандарҙы ла ауларға ярамай.
Икенсе указ менән 5 майҙан Учалы районының Ҡолош ауылында ошоға тиклем ғәмәлдә булған карантин бөтөрөлгән.