Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай, ти халыҡ. Шулай ҙа донъяла ғәжәп хәлдәр бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер төбәктәрҙә закон буйынса үлем тыйылған.
Арктиканың Шпицберген архипелагындағы ҡалала был законды эпидемия таралыу ҡурҡынысын иҫкәртеү өсөн сығаралар. 1950 йылда Лонгйирда эшләгән ғалимдар, даими түбән температура һаҡланыу сәбәпле, зыяратта мәйеттәрҙең бөтөнләй тарҡалмауын асыҡлай. Тимәк, зарарлы микроорганизмдар йәшәүен дауам итә тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта бөтә донъяны ҡурҡытҡан испан киҙеүе лә һаҡланырға мөмкин, тип киҫәтә белгестәр. Шунан бирле ҡалала үлергә ярамай. Үлеү ҡурҡынысы булған ауырыуҙарҙы ашығыс рәүештә башҡа урынға күсерәләр.
Италияның Фальчано-дель-Массико тигән бәләкәй генә ҡалаһында ла үлергә ярамай. Сәбәбе – ерләргә урын юҡ. Мэр ерле халыҡ һәм ҡунаҡтарға яҡты донъянан китеү өсөн башҡа урын һайларға кәңәш иткән. Хәҙер ҡалала яңы зыярат асыу хаҡында һүҙ бара.
Францияның Сарпуренкс ҡалаһы илдең көньяҡ-көнсығышында бик матур урында урынлашҡан. Бында ла яҡты донъя менән бәхилләшеү тыйыла. Заманында суд урындағы зыяратты киңәйтеү өсөн рөхсәт бирмәгән һәм мәйеттәрҙе ерләргә урын ҡалмаған. Мэр Жерар Лаланна, суд ҡарарына протест маҡсатынан, бында үлеүселәрҙе язаға тарттырыу хаҡында ҡарар ҡабул иткән. Үҙе был ҡарарҙан һуң 10 айҙан һуң вафат булған.
Японияның Ицукусима утрауы иң изге урын һанала. Уның таҙалығын һаҡлау өсөн руханиҙар урындағы хакимиәтте үлемде тыйыу тураһында закон сығарырға күндергән. Сикләүҙәр бының менән бөтмәгән – бында бала табырға ла ярамай. 1978 йылдан бирле ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм ҡарттарҙы утрау биләмәһенән ҡыуалар.