2019 йыл башынан Башҡортостандың суд приставтары 214 мең кешегә Рәсәй биләмәһенән ситкә сығыуҙы сикләгән.
Сәбәп – һалым, ЮХХДИ штрафтары, кредит, алимент буйынса бурыстар.
“Түләнмәгән сумма кәмендә 30 мең һум булһа, сәйәхәткә рөхсәт бирелмәй. Ошондай осраҡ булмаһын өсөн үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың бурысы бармы-юҡмы икәнен алдан тикшерергә кәрәк, – тип иҫкәртә суд приставтары. – Биш ай эсендә 110 мең гражданға ситкә сығыуҙы тыйыу тураһында ҡарар сығарылған”.
Бурыстар хаҡында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сайтынан йәки теркәлеү урыны буйынса суд приставтары бүлегенән белергә мөмкин.