Кисә Татарстандан Башҡортостанға юлланған тепловоз һәм уның биш буш вагоны рельстарҙан төшкән. “Бөгөлмә” тимер юлы станцияһында Башҡортостандағы сортҡа бүлеүсе станцияға китеп барған йөк поезы артҡы тәгәрмәстәре менән рельстан осҡан”, – тип хәбәр итә “Татар-информ” мәғлүмәт агентлығы.
Йөк поезында 55 вагон булған. Уның 37-һе буш, 18 – йөк тейәлгән.
Хәл сәбәпле һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ. Башҡа поездар хәрәкәтенә лә ҡаршылыҡ юҡ. Әлеге мәлдә Бөгөлмә станцияһына йүнәтеүсе поезд килгән.