Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 16:37

Байлыҡ башы – һаулыҡта

Хәйбулла үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Ағинәйҙәр” һәм “Сикһеҙ китапхана” ойошмалары ағзалары өсөн халыҡ медицинаһына арналған “Һаулыҡ нигеҙе – сәләмәт тормошта” исемле сара ойошторҙо.

Хәйбулла үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Ағинәйҙәр” һәм “Сикһеҙ китапхана” ойошмалары ағзалары өсөн халыҡ медицинаһына арналған “Һаулыҡ нигеҙе – сәләмәт тормошта” исемле сара ойошторҙо.


Беҙҙең Хәйбулла яҡтарында халыҡ табиптары күп. Кемдер мейе ултырта, быуын төшөрә, массаж ярҙамында умыртҡа һөйәген имләй, ҡот ҡоя. Халыҡ бағымсыларының төп маҡсаты – сирлеләрҙе дауалау ғына түгел, ауырыуҙың сәбәбен юҡ итергә һәм булдырмаҫҡа өйрәтеү.
Сараға Федоровка ауылынан халыҡ медицинаһын төплө өйрәнгән, оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән Миңһылыу Әминева саҡырылды. Был мөләйем ханым ата-бабабыҙҙың боронғо дауалау ысулын – һөлөк һалыуҙы үҙләште­реп, уның бик күп сирҙәрҙән дауа булыуын аңлағас, райондаштарына ихлас ярҙам итергә тотона. Кисәлә Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы һөлөк­төң ғәжәйеп сифаттарға эйә булыуы, ниндәй сирҙәр мәлендә һалдырыу кәрәклеге, ҡайһы ваҡытта киҫкен ярамағанлығы хаҡында һөйләне.
– Берәүгә лә тота килеп һөлөк һалмайым, башта сирленең ауырыу тарихын өйрәнәм, кәрәкһә, анализ бирергә ебәрәм. Һөлөк һалырға мөмкин икәнлегенә инанғас ҡына эшкә тотонам. Кемдеңдер тәүге һалыуҙан уҡ хәле яҡшыра, ҡайһы берәүҙәргә өс, биш, хатта ун сеанс кәрәк. Был инде һәр кемгә шәхсән билдәләнә, – тине ул.
Шулай уҡ Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы хиджама тигән дауалау ысулын да үҙләштергән. Хиджама – ул кешене ҡан ағыҙыу юлы менән дауалау. Бөгөн, төрлө тәжрибәләр үткәргәндән һуң, ғалимдар ҙа был алымдың һөҙөмтәлелеген билдәләй. Ул ҡан баҫымын нормалләштерә, шештәрҙе, тамырҙарҙың варикоз киңәйеүен иҫкәртә, эндокрин системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта икән. Был процедураны бөтә тәнгә эшләргә мөмкин. Белгестәр хиджама ярҙамында хроник арыу, артроз, эсәк, бауыр, күҙ, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡурылдай быумаһы, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан ҡотолоп була тип иҫбатлай. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм дә был ысулдың бик файҙалы булыуын, күп ауырыуҙарға шифа биреүен, ләкин билдәле нөктәләрҙе белеп кенә эшләргә кәрәклеген әйтеп ҡалдырған. Әлбиттә, теге йәки был дауаланыу ысулын һайлау һәр кемдең үҙ иркендә, кеше организмы үҙенсәлекле, шуға күрә табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Иң мөһиме – зыяны булмаһын, ти белгестәр.
Спорт менән әүҙем шөғөлләнгән Мәрйәм Хәйҙәрова иртәнсәк уянғас та ниндәй күнекмә яһарға кәрәклеген күрһәтте. Был күнегеүҙәр бөтә организмды яйлап уятыуға булышлыҡ итә, ҡан әйләнешен әүҙемләштерә, кешегә көн буйы етерлек дәрт өҫтәй.
Флүрә Аралбаева сәй һәм һөт бәшмәгенең файҙаһы тураһында һөйләне. Тормоштан йәм табып йәшәү өсөн, иң беренсе, сәләмәтлек кәрәк. Байлыҡ башы һаулыҡта булыуын онотмайыҡ, һау-сәләмәт булайыҡ!


Хәйбулла районы.
Читайте нас: