Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 17:19

Хатта Өфөгә юл алама...

Иглин районы халҡы Өфөгә илткән юлдың насарлығына зарлана. Тимер юлды ремонтлау арҡаһында өс ауыл кешеләре урау юлдан йөрөргә мәжбүр. Ә уныһы бик насар хәлдә. Был турала халыҡ “Инцидент” системаһына ялыу итте.

Иглин районы халҡы Өфөгә илткән юлдың насарлығына зарлана. Тимер юлды ремонтлау арҡаһында өс ауыл кешеләре урау юлдан йөрөргә мәжбүр. Ә уныһы бик насар хәлдә. Был турала халыҡ “Инцидент” системаһына ялыу итте.


Таутөмән, Сыуаш-Ҡобау, Урман ауылдары халҡы, баш ҡалаға барам тиһә, берҙән-бер урау юлдан үтеп ыҙалай. Яҙғы ташҡын мәлендә ул ныҡ ҡына иҙелә һәм күп урында соҡор-соҡор һыу йыйыла. Автомобилдәр зыян күргеләй.


Сыуаш-Ҡобауҙан Рим Бикйәнов: “Аҙна буйы километр алыҫлыҡта ятҡан урау юлға сығырға тура килде. Еңел машиналарға унан йөрөүе бик ауыр”, – ти.


Әйткәндәй, Иглин халҡы юлһыҙлыҡҡа бер быйыл ғына зарланмай. Урау юл һәр яҙҙа үткеһеҙгә әйләнә. Шуға күрә урындағы власть органдары тимер юлсыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Бынан һуң йылға үҙәне тәрәнәйтелгән, һыу үҙ юлы менән киткән. Юлға ҡырсын түшәлә һәм грейдер техникаһы менән тапатылып, тигеҙләтелә. Өфө юлы дистанцияһының 2-се эксплуатация участкаһы начальнигы Рауил Ғиззәтуллин: “Сыуаш-Ҡобау ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселеге ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, беҙҙән дүрт берәмек техника, 20 эшсе көсө бүленде. Юл тейешле хәлгә килтерелде”, – тип яуап бирҙе.


Ә иглиндар, юл тәртипкә килтерелһә лә, киләһе яҙғы ташҡында ул тағы ла йыуылыр тип хафалана, шуға күрә бында асфальт һалынырына өмөт итә.
Читайте нас: