Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 19:56

Мостай Кәрим маркаһы – почталарҙа

Был марка махсус почта штемпеле булған, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған конверт менән бер үк ваҡытта сығарылды. Бөгөн Өфө почтамтының клиенттар залында иҫтәлекле ваҡиға булды: почта продукцияһына мисәт баҫылды.

Почта маркаһында Башҡортостан тәбиғәте фонында бөйөк шағирҙың портреты ҡуйылған. Әйткәндәй, ошондай уҡ иҫтәлекле ваҡиға, Өфөнән тыш, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында ла уҙҙы. Был ҡалалар өсөн махсус штемпелдәр айырым әҙерләнде.

Өфөлә үткәрелгән иҫтәлекле сарала шағирҙың ҡыҙы – Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡатнашты. Уға почта продукцияһына иң тәүге булып штемпель ҡуйыу хоҡуғы бирелде. Сарала шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Рәсәй Почтаһының Башҡортостан филиалы директоры Ирек Ғәлимов һәм башҡалар ҡатнашты.

Автор фотоһы.
Читайте нас: