Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2019, 14:50

Ерләү мәлендәге хәбәр дөрөҫ түгел

Өфө ҡалаһы хакимиәте яңылыш хәбәр таратҡан. Имеш, Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтхановты ерләү ваҡытында ҡаланың тарихи үҙәк өлөшө ябылған, ошо сәбәпле урамдарҙа тығын барлыҡҡа килгән.

Был хәбәрҙе республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығының баш дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов инҡар итте. Ул ваҡытлыса тығындарҙың генерал менән хушлашырға килгән кешеләрҙең күплеге арҡаһында булғанын белдергән.

ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, инспекторҙар иртәнән бирле урамдарҙа хәрәкәтте яйға һалыу буйынса көсөргәнешле эшләй, кешеләргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫҡа тырыша, сөнки Артур Әхмәтханов үҙе лә бындай эштәргә гел иғтибар менән ҡараған.

Фото: БР ЮХХДИ