Башҡортостан халҡы алкоголде рөхсәтһеҙ һәм тейешһеҙ урындарҙа һатыу осраҡтары тураһында интернет аша хәбәр итә ала.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре өсөн механизм “Хәүефһеҙ мөхит” сайтында булдырылған. Хәбәр итергә теләүсе унда инеп, тейешле форманы тултырырға, картанан аныҡ урынды күрһәтергә бурыслы. Ошонан һуң мөрәжәғәт был проблеманы хәл итеү яуаплы власть органдарына ҡарауға ебәреләсәк.
“Яңы механизм эскелеккә ҡаршы йүнәлтелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ, властың асыҡлығына йәнә бер дәлил буласаҡ. Ул юҡҡа ғына “Хәүефһеҙ мөхит” сайтында урынлаштырылмаған: тормош шарттары күп осраҡта сауҙаның законлылығына бәйле”, – ти Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова.
“Хәүефһеҙ мөхит” сайты йәмәғәт контроле, граждандарҙың фекерен өйрәнеү, халыҡтың көнүҙәк проблемаларын күҙәтеү функцияларын үтәй.