Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2019, 19:36

Быйыл күпме кеше ер алыр?

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ишле ғаиләләрҙе һәм инвалид бала тәрбиәләгән граждандарҙы ер менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ишле ғаиләләрҙе һәм инвалид бала тәрбиәләгән граждандарҙы ер менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.


Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов әйтеүенсә, республика буйынса 57 819 ғаилә шәхси торлаҡ төҙөүгә бушлай ер участкаһы алыуға сиратта тора. Граждандарҙың ошо ике категорияһына 38 867 ер биләмәһе бүленгән. Уларҙы тулыһынса тәьмин итеү өсөн тағы ла 18 952 участка кәрәк. Быйыл 1 605 биләмә бирелгән, йыл аҙағына тиклем муниципалитеттар 5 497 участка бүлеүҙе планлаштыра.


Ведомство етәксеһе ошо өлкәләге ҡайһы бер проблемаларҙы ла билдәләне. Улар иҫәбенә муниципалитеттарҙың документтарҙы оҙаҡ әҙерләүе, биләмәләрҙе планлаштырыу документтарын ваҡытында тултырмау, проекттар төҙөүгә аҡса етмәү инә.


Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров май аҙағында халыҡтың ташламалы категорияларын ер менән бушлай тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрергә, инженерлыҡ инфраструктураһы мәсьәләһен тағы ла бер тапҡыр тикшерергә ҡушты.



Фото: 61-kadastr.ru.
Читайте нас: