Ейәнсура районының урындағы полиция бүлегендә була был хәл. Ойошманың баш бухгалтеры 2015 –2017 йылдарҙа эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, үҙенә законһыҙ рәүештә премиялар яҙа, матди ярҙам, компенсация алырға ла онотмай. Әлбиттә, бүтәндәргә тулы сумманы күсермәгән, уларҙың бер ни ҡәҙәр өлөшөн үҙенә ҡалдырған.
Шулай итеп, "башлы" ханым был йылдарҙа 500 мең һумдан ашыу аҡсаны үҙләштерә. Тикшереү башланғас, ул вазифаһынан бушатыла, килтергән зыянды тулыһынса ҡаплай. Уғрыға үҙ вазифаһын уҫал ниәттә файҙаланған өсөн закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.