Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2019, 12:25

Таҙалыҡҡа ни етә!

Көндәлек тормошта халыҡҡа һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырыу – ил етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Мәҫәлән, ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары тәңгәлендә тәртип урынлаштырыуҙы рәсәйҙәр дәррәү күтәреп алды.

Мишкә районы хакимиәте урынбаҫары Вадим Хановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бигерәк тә өлкән йәштәгеләрҙең һорауҙары күп, әммә быға аптырарға ярамай, мишкәләр яйлап ҡына яңылыҡҡа өйрәнә.

Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылында бөгөнгә 170 контейнер ҡуйылған да инде, ошо көндәрҙә район ауылдарының барыһына ла тағы ла 460 контейнер урынлаштырыласаҡ. Уларҙы “Дюртюлимелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, ошо йәмғиәт субподрядчик итеп алған “Стройпроект” йәмғиәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

– Йән башына хаҡтар төрлөсә билдәләнгән, район үҙәгендә – 70, ә ауылдарҙа 35 һум, – тип һөйләй Вадим Мулланур улы. – Әлегә сүпте айырыу юҡ, бөтәһе лә бергә ташлана, тиҙҙән бында ла тәртип булдырырға тигән теләк көслө.
Фото: Gorod48.ru.
Читайте нас: