Башҡортостанда алданған өлөшсөләр проблемаһы ыңғай хәл ителә башланы. Был турала Республика йортонда үткән “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте”ндә һүҙ булды.
Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Григорий Невоструев белдереүенсә, “Миловка паркы” торлаҡ комплексы объекттарында эске биҙәү һәм ихатаны төҙөкләндереү эштәре башланған. Тапшырылырға әҙерләнгән өс йортта (5.3, 5.4 һәм 5.5) сантехника урынлаштырыуҙы тамамларға һәм фатир эсендәге ишектәрҙе ҡуйырға ғына ҡалған. “Көмөш инеш” торлаҡ комплексында 9-сы һәм 10-сы йорттарҙы һалыу дауам итә. Төҙөүсе ойошма белдереүенсә, яҡын арала был объектта эшселәр һаны артасаҡ. Шулай уҡ “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексы етәкселәре лә өҫтәмә аҡса табып, 1-се һәм 8-се йорттарҙы төҙөүҙө дауам итә. Яҡын арала бында эш кәңәшмәһе йыйыласаҡ, улар компанияның артабанғы мөмкинлектәрен тикшерәсәк.
Транспорт йәһәтенән дә яҡшы яңылыҡтар бар. Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов Дыуан һәм Ҡариҙел райондарынан үтәсәк Бөрө – Таҫтүбә – Һатҡы автомобиль юлын төҙөү тураһында һөйләне. Трассаның оҙонлоғо – 71 километр, проект хаҡы – 4,1 миллиард һум. Әлеге мәлдә төҙөү эштәре башланған.
– “Росавтодор” менән Рәсәй Транспорт министрлығы был объектҡа федераль аҡса бирәсәк, – тине ул.
Проект 2022 йылға тормошҡа ашырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта Ҡариҙел ауылын урап үткән 10 километрлыҡ юл участкаһы һәм 328 метр оҙонлоғондағы күпер төҙөүҙе быйыл октябрҙә үк тамамлау көтөлә.
– Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышын Өфөгә яҡынайтасаҡ, халыҡҡа йөрөү өсөн уңайлы буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ кәңәшмәлә Ағиҙел ярын үҙгәртеп ҡороу барышы тураһында ла һүҙ булды. Әлеге мәлдә Салауат Юлаев һәйкәленән көньяҡтағы Ағиҙел күперенә тиклемге участка файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл проекттың икенсе сираты әҙер буласаҡ, шул иҫәптән Дуҫлыҡ монументы янындағы биләмә лә. Әле өсөнсө һәм дүртенсе сиратын проектлау һәм төҙөү эштәре бара.