Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 16:56

Иң татыуҙары – улар!

Балалары ла атай-әсәйҙән өлгө ала.

Балалары ла атай-әсәйҙән өлгө ала.


Шундай ғаиләләр була: татыулығына, эшсәнлегенә, итәғәтлелегенә һоҡланып туймаҫлыҡ. Улар үҙҙәре “Бына беҙ!” тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып та тормай, тыйнаҡ ҡына йәшәй, эшләй бирә.


Мәүлиә менән Рөстәм Ғө­бәевтәр ғаиләһе тураһында тап бына ошондай һүҙҙәр әйтергә була. 19 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп, хәләл көс менән өй еткереп, өс бала тәрбиәләп донъя көтә улар.
Мәүлиә Тимерәй ҡыҙы – Балтас районының Түбәнге Ҡанһөйәр ауылы ҡыҙы, ә тормош иптәше Рөстәм Зифил улы — Яңауыл районының Байсар ауылынан. Тормош елдәре уларҙы Нефтекамала таныштыра.
— Нефтекамаға килеп, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым, 8-се ятаҡтан урын бирҙеләр. Ул ваҡыттарҙа ятаҡтарҙа йәшәгән халыҡ бер ғаилә кеүек байрамдарҙы матур, күңелле итеп үткәрә торғайны. Шулай Яңы йыл бал-маскарады ине. Мин – һомғол, зифа буйлы ҡыҙ. Байрамға матур шәмәхә төҫөндәге оҙон күлдәк кейҙем, дуҫ ҡыҙҙар менән кисәгә йыйындыҡ. Күрше ятаҡтан да байрамға егеттәр килгән. Шулар араһынан оҙон буйлы сибәр генә бер егет мине бейергә саҡырҙы. Танышып, дуҫлашып киттек, һуңынан инде арабыҙҙа мөхәббәт хисе ҡабынды...
Был һүҙҙәрҙе һөйләгәндә Мәүлиә Тимерәй ҡыҙының йөҙөн­дә нур балҡый. Ата-әсәһенең танышыу тарихын инде бер нисә тапҡыр ишетһәләр ҙә, балалары уны ҡабаттан йотлоғоп тыңлай. Эйе, йөрәктең иң түрендә һаҡлап йөрөткән беренсе күрешеү, танышыу минуттары, нисә һөйләһәң дә, татлы шул... Мөхәббәт тойғоһо бер ҡасан да иҫкермәй тигәндәре шулдыр инде. Йәштәр оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешеп, башлы-күҙле булып та ҡуя.
Ғаилә башлығы Рөстәм Зифил улы – алтын ҡуллы ир-уҙаман.
— Иптәшем бик тырыш, ҡу­лынан килмәгән эш юҡ, – ти Мәүлиә ханым, хәләл ефетенең булдыҡлылығы менән ғорур­ланып. – Бөтә эшкә лә оҫта, өйҙө лә оҫталар саҡырып түгел, нигеҙенән башлап үҙе һалды, һәр ҡаҙағына тиклем үҙ ҡулдары менән һуҡты. Ул – ташсы ла, электрик та, иретеп йәбеш­тереүсе лә.
Рөстәм Зифил улының һөнәре бик яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта тәжрибә, төплө белем талап итә. Ул “Нефтехимпром Поволжье” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тендә скважиналарҙы химик эшкәртеүсе оператор булып эшләй.
Мәүлиә Тимерәй ҡыҙы, ҙур йөрәкле әсә булараҡ, үҙенең һөнәрен балалар тәрбиәләүгә арнаған. 20 йылға яҡын 4-се “Бәпембә” балалар баҡсаһында хеҙмәт итә һәм тормошон са­быйҙарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.
– Һөнәрем бик оҡшай, унан бигерәк балаларҙы ныҡ яратам. Һәр береһе өсөн өҙөлөп торам, – ти ул.

Үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Нефтекама ҡала хакимиәте башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Рухлы ғаилә тип әйтер инем мин Ғөбәевтәр тураһында. Улар туған телде ихтирам итә, бер-береһенә хөрмәт менән ҡарай. Балаларында ла хеҙмәтте яратыу, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ сифаттары тәрбиәләйҙәр.
— Эштең рәтен белеп, хеҙ­мәткә хөрмәт менән ҡарап үҫ­һен­дәр, – ти ата-әсә. – Хәҙер өлкәндәр балаларына эш ҡу­шыуҙан ҡурҡа. Был дөрөҫ түгел. Хужалыҡтамы, өйҙәме, ниндәй эш башҡарһаҡ та, балалар менән бергә эшләргә тырышабыҙ. Атаһы ағас менән булышһа, һигеҙ йәшлек Рәмил шунда уҡ ҡулына ҡаҙаҡ, сүкеш ала, ана, күптән түгел ултырғыс эшләп ҡуйған, – ти әсә, бәләкәсе менән ғорур­ланып.
Эйе, балалары һүҙ тейҙерә торғандарҙан түгел. Улар — ата-әсәһенең генә түгел, үҙҙәре уҡыған 4-се мәктәптең дә ғорурлығы. Өлкәндәре Руслан — башҡорт теле, физика, астрономия фәндәре буйынса мәктәптә һәм ҡалала үткән конкурстар, олимпиадалар еңеүсеһе. Былтыр ХI класты яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде. Уртансылары – һылыуҡай, һәр ваҡыт мөләйем Лилиә. Ул V класта уҡый, ағаһынан бер ҙә ҡалышмай, әлегә “бишле”гә генә өлгәшеп килә. Үткән уҡыу йылында башҡорт теле буйынса ҡала олимпиадаһында еңгән. Кинйәләре Рәмил – II класс уҡыусыһы, бик теләп “Урал батыр” эпосын ятлай, бөтә пред­меттарҙан да өлгәшергә тырыша, күпте белергә теләй.
“Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” республика конкурсының урын­дағы этабында ҡала­ның төрлө мәктәптәренән һәм балалар баҡсаларынан балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан 11 ғаилә, шул иҫәптән Ғөбәевтәр ҙә ҡатнашты. Лайыҡлы рәүештә “Иң татыу ғаилә” номинацияһында еңеүсе булдылар. Үҙ сығыш­тарында улар “Туҡмаҡ әйлән­дереү”, “Йөҙөк һалыш” кеүек уйын фольклоры өлгөләре менән та­ныштырҙы, йырлап-бейеп сығыш яһаны.
Бына шундай тәү ҡарашҡа ябай, әммә эштәре, йәшәү рәүеш­тәре менән һоҡланғыс, татыу ғаилә йәшәй Нефтекама ҡала­һында.


Нефтекама ҡалаһы.
Читайте нас: