Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 14:19

Иртәгә - ямғыр ҙа, борсаҡ та, ҡырау ҙа...

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм көтөлә. Көндөҙ йәшенле ямғыр булыуы ихтимал.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм көтөлә. Көндөҙ йәшенле ямғыр булыуы ихтимал.


Ел көнбайыштан, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, көндөҙ 12-17 градус йылы булыуы күҙаллана. Ҡайһы бер райондарҙа ҡырау төшөүе ихтимал.


23 майҙа айырым райондарҙа ямғыр, борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 2-7, көндөҙ 17-22 йылы була.


Фото: yandex.kz
Читайте нас в