Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2019, 22:47

Аврора урамында – янғын

Өфөлә Аврора урамы, 5/7 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәрҙе эвакуациялағандар.

"Башинформ"дан алынды, видеонан скриншот.
Өфөлә Аврора урамы, 5/7 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәрҙе эвакуациялағандар.
Көндөҙ ундағы етенсе ҡаттағы өс бүлмәле фатирҙа янғын сыҡҡан. Хужалары өйҙә булған.
Күп ҡатлы йорттан 11 кешене эвакуациялағандар, улар араһында ике бала ла бар. Янғын һүндереүселәр иң өҫкө ҡаттан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешене лә сығарып өлгөргән.
Ут 16.43 сәғәттә һүндерелгән. Ҡазаланғандар, һәләк булғандар юҡ. Янғындың сәбәптәре асыҡлана.